Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада 300-ҙән ашыу уҡыусыны Өфөгә йыйыҙы 11.01.2016

Уларҙың күбеһе  район, өлкә һәм республика күләмендә үҙ көсөн һанап ҡараған да инде.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернатына  Башҡортостан район-ҡалалары, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән килгән уҡыусылар һәр береһе тулҡынланыу тойғоһо кисерә.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен төплө өйрәнгән уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап биреп, инша яҙып, тасуири һөйләп, тел байлығы конкурсында ҡатнашасаҡ.
Башҡорт теле һәм әҙәбите буйынса олимпиадала ҡатнашыусылар араһында  кадет корпусы уҡыусылары ла бар. Буласаҡ хәрбиҙәр, телдәрҙе яҡшы  белеү илде  һаҡлағанда ла ярҙам итәсәк , тигән фекерҙә .
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен төплө өйрәнеүселәрҙе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары тәбрикләне. Илһөйәрлек, телһөйәрлек   традицияларын яҡтыртҡан сығыштар олимпиадаға килеүселәрҙе яңы еңеүҙәргә ҡанатландырҙы, рух өҫтәне.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада 28-cе тапҡыр үткәрелә. Өс этаптан торған ижади һынауҙа үҫмерҙәр башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү кимәлен, башҡорт әҙәбиәтен белеү даирәһен дә күрһәтә аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика