Башҡорт халыҡ эпостары төрөк телендә 09.02.2015

Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары төрөк ғалимдары менән берлектә «Башҡорт халҡының эпостар йыйынтығы»н баҫтырып сығарҙы. Дүрт томлыҡ яңы хеҙмәт төрөк әҙәбиәтенең 100 томлыҡ антологияһын сығарыу проекты сиктәрендә Төрөк лингвистика йәмғиәте тарихында тәүге тапҡыр донъя күрҙе.

Беренсе томда мифологик эпостар, икенсеһендә - социаль-көнкүреш, өсөнсөһөндә - тарихи, дүртенсеһендә героик эпостар урын алған. Улар араһында башҡорт халҡының «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Аҡһаҡ-ҡола», «Ҡара-Юрға» әҫәрҙәре бар. Текстар башҡорт һәм төрөк телдәрендә бирелгән.
Рухи мираҫ бигерәк тә башҡорт фольклорын, телен өйрәнергә теләүсе йәш ғалимдар, башҡорттарҙың боронғо ижады менән ҡыҙыҡһынған төрөк уҡыусыһы өсөн ҡыҙыҡлы тигән фекерҙә йыйынтыҡтың автор-төҙөүселәре. Сөнки ул төрки телле халыҡтарҙың алыҫ үткәненә байҡау яһай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика