Башҡорт энциклопедияһына - 25 йыл

Башҡорт энциклопедияһына - 25 йыл 24.01.2018

Бөгөн ошо уңайҙан ғилми-нәшриәт комплексында матбуғат конференцияһы үтте. Ултырышта учреждение етәксеһе киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Төбәктәр араһында Башҡортостан энциклопедия баҫмаларын нәшер итеү буйынса алдынғылар иҫәбендә.

Тәүге ижад емеше − 1995 йылда рус һәм башҡорт телдәрендә сыыҡан «Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия» китабы фән донъяһында ҙур яңылыҡ була. Әле лә ғилми-нәшриәт комплексы юғары маҡсаттар менән йәшәй. Бөгөнгө көнгә тиклем тиҫтәләрсә энциклопедия нәшер ителгән. Былтыр мәҫәлән, «Башҡорт энциклопедия»һының VI томы донъя күрҙе. Әлеге ваҡытта коллектив Башҡортостандың 100 йыллығына ҙур баҫма әҙерләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика