«Башҡорт энциклопедияһы»нда баҫылып сыҡҡан ике китап ике төрлө конкурста еңеү яулай

«Башҡорт энциклопедияһы»нда баҫылып сыҡҡан ике китап ике төрлө конкурста еңеү яулай 17.11.2017

Тәүге  конкурс Киров ҡалаһында үтә. Гуманитар өлкәләге иң яҡшы фәнни китап конкурсына тарихсы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Нәзир Ҡолбахтиндың биш томдан торған һайланма әҫәрҙәре тәҡдим ителә.

Баҫма «Тарих, археология һәм этнография» номинацияһында еңеү яулай. Ә Рязань ҡалаһында үткән «Уҡыусы донъя» конкурсында «Башҡорт комсомолы» энциклопедияһы иң яҡшы баҫмаһы тип табылған. Конкурс талаптары буйынса китаптар 2016-2017 йылда донъя күрергә  тейеш булған. Әлеге ваҡытта ғилми- нәшриәт комплексында Мостай Кәрим энциклопедияһы буйынса эштәр бара, баҫманы 2019 йылға әҙерләп бөтөү ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика