«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексында яңы баҫма

«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексында яңы баҫма 01.11.2016

«Башҡорт энциклопедияһы»ның башҡорт телендәге дүртенсе томы нәшер ителде. Рус телендә сыҡҡан ете том буйынса 2010 йылда башҡортсаға тәржемәләү эше башланғайны. «М» хәрефенән «Ө»-гә тиклемге өлөштө үҙ эсенә алған яңы баҫмаға Башҡортостандың тарихы, тәбиғәте, иҡтисады, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе, уның административ-территориаль ҡоролошо тураһында 2100-ҙән ашыу мәҡәлә ингән.

Тиражы - 3000 дана. Бында шулай уҡ 748 биографик мәҡәлә, иллюстрация һәм карта урын алған. Бөгөн бишенсе том буйынса верстка, ә етенсеһе өҫтөндә тәржемә эше башҡарыла. Баҫмалар буйынса эш алып барыу өсөн ғилми мөхәрририәт коллегия һәм тәржемә буйынса ғилми методик совет булдырылған. Ғилми нәшриәт комплексының сайтында 6-сы томға тиклем мәҡәләләр ҡуйылған, көн һайын улар яңыртыла, өҫтәмә материалдар  менән тулыландырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика