Башҡорт дәүләт университетының  дүрт тиҫтәнән ашыу студенты  бер юлы ике диплом аласаҡ 22.01.2016

Улар республиканың төп уҡыу йортонда  ла,  Ҡытайҙың Ляонин дәүләт университетында ла белем ала.  Башҡорт дәүләт университетында  был программа былтыр эшләй башлаған.  Студенттар тәүге ике йылда Өфөлә, киләһе курстарҙы Ҡытайҙа уҡый. Ғалимдар әйтеүенсә, был  хеҙмәттәшлек республиканың иҡтисади ҡеүәтен үҫтереү һәм  кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн бик мөһим.

Был программа буйынса яңы ғына уҡый башлаған студенттарҙан айырмалы Өфө егете  Камил Ғәлимов Ҡытайҙа икенсе йыл белем ала. Ул ике уҡыу йортонда ла параллель рәүештә белем эстәй. Камил  Башҡорт дәүләт университетында  персонал менән идара итеү нигеҙҙәрен, Ҡытайҙа   нефтте эшкәртеү нескәлектәрен үҙләштерә. Белем биреү системаһы ныҡ айырыла, йүнәлештәр ҙә төрлө,  шуға күрә көнө-төнө уҡырға тура килә,  ти Камил.
Камил Ғәлимов, Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультеты студенты:  «Ҡытайҙа ҡышҡы каникулдар ҙа, йәйгеһе лә бик оҙон. Мин шул ваҡытта Өфөлә сессиямды биреп  өлгөрәм. Ҡытайҙа имтихандар  телдән ҡабул ителмәй, яҙма рәүештә генә, күсереү хаҡында уйларға ла ярамай. Тәүге йылда  ауырыраҡ булды,  хәҙер өйрәндем. Инглиз, ҡытай  телдәрен алдан уҡ үҙләштерә башлауым ярҙам итте».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика