Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты ойошторолоуға 25 йыл 14.05.2015

Уҡыу йорто түңәрәк датаны бөгөн Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция менән билдәләй. Ултырыштың пленар өлөшөндә фән һәм тел белгестәре,  студент-аспиранттар ҡатнаша. «Евразия цивилизацияһы контексында Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәте: тарихы, хәҙерге торошо, перспективалары» темаһына арналған форумда фәнгә яңы аяҡ баҫҡан йәштәр, лайыҡлы хеҙмәт күрһәткән ғалимдар Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Конференцияла ҡатнашыусылар артабан секцияларға бүленеп,  ҡыҙыҡлы докладтар менән сығыш яһаны.

Бөгөн факультеттың биш кафедраһында 48 уҡытыусы, шул иҫәптән, 13 фән докторы, 27 фән кандитаты эшләй. Әлеге ваҡытта 600-ҙән ашыу студент белем ала. Университеттың төрлө сит илдәр менән хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә йыл һайын факультет студенттары Иран, Төркиә, Германия, Ҡытай кеүек илдәрҙә белемен камиллаштыра. Ҡасандыр сит илдә белем алыусылар хәҙер факультетта ғәрәп, ҡытай, фарсы һәм төрөк телдәренән уҡыта, факультетта был йүнәлештә сит ил белгестәре лә  уңышлы эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика