Башҡорт дәүләт университетында туған телдәрҙе өйрәнеүҙәге проблемаларға арналған Бөтә Рәсәй фәнни-методик кәңәшмә үтте

Башҡорт дәүләт университетында туған телдәрҙе өйрәнеүҙәге проблемаларға арналған Бөтә Рәсәй фәнни-методик кәңәшмә үтте 24.03.2017

Сараға телселәр, әҙәбиәтселәр һәм республика ҡала-райондарынан уҡытыусылар йыйылды. Белгестәр башҡорт телен  төбәктәрҙә уҡытыу сифатын күтәреү  алымдары һәм белем биреүҙә  көнүҙәк мәсьәләләрҙе барланы. Шулай уҡ электрон белем биреү, информацион технологиялар ҡулланыу, ғөмүмән, телде һаҡлау һәм үҫтереү юлдары ҡаралды.  

Күләмле фәнни-методик кәңәшмә юғары уҡыу йортонда йыл һайын уҙғарыла. Быйыл ул педагогия фәндәре кандидаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы Абдрахман Ғәлләмовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналды. Абдрахман Әбдрәхим  1926 йылдың 15 октябрендә  Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Ғалим башҡорт грамотаһына өйрәтеү проблемаһы өҫтөндә ғилми-тикшеренеү эштәре алып барыуы менән билдәле. Ул - башҡорт «Әлифба»һы, грамотаға өйрәтеү тарихы буйынса ғилми хеҙмәттәр, методик әсбаптар авторы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика