Башҡорт дәүләт университетында бөгөн икеләтә байрам

Башҡорт дәүләт университетында бөгөн икеләтә байрам 01.09.2014

Белем көнөнән тыш, юғары уҡыу йортона нигеҙ һалыныуҙың 105 йыллығы билдәләнде. Ошо уңайҙан университет студенттарына  концерт ойошторолдо. Байрамға юғары уҡыу йорто менән тиҫтәләгән йыл хеҙмәттәшлек иткән сит ил университеттары вәкилдәре лә саҡырылғайны.

Салауат Юлаев майҙанына меңдән ашыу Башҡорт дәүләт университетының беренсе курс студенттары йыйылды. Улар өсөн белем көнө - яңы тормошҡа аяҡ баҫыу. Студенттарға төрлө викториналар, сағыу концерт ойошторолдо. Башҡорт дәүләт университетына 1909 йылда нигеҙ һалына.1912 йылда институттың тәүге сығарылышы була. Уны, тулы уҡыу курсы үтеп, 24 кеше тамамлай. Ул ваҡытта юғары уҡыу йортонда 2 факультет булһа, хәҙер төрлө йүнәлеш буйынса 12 факультет эшләй. Бынан тыш, БДУ сит ил университеттары менән ыңғай хеҙмәттәшлек итә. Юбилей тантанаһына Болгарияның Бөйөк Тырнов университеты ректоры Пламен Легкоступ саҡырылғайны. Уға университеттың почетлы докторы исеме бирелде.
 Пламен Легкоступ, Бөйөк Тырнов университеты ректоры /Болгария/: «Был исемде алыу - минең өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға. Шуныһы үҙенсәлекле: беҙҙең университетҡа 50 йыл тулды, ә мин Башҡорт дәүләт университетының 50-се почетлы докторы. Беҙ 11 йыл хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Хеҙмәттәшлек бер-беребеҙҙән тәжрибә тупларға ярҙам итә».
Башҡорт дәүләт университеты алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе булып ҡала. Ул республикала берҙән-бер классик университет. Республиканың төп юғары уҡыу йорто төрлө гранттар еңеүсеһе, донъя кимәлендәге лабораториялар, техник һәм гуманитар фәндәр үҙәге булараҡ киң танылған.
 Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку