Башҡорт дәүләт университеты студенттары өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ: уҡыу йортонда исемле стипендиялар һаны артҡан

Башҡорт дәүләт университеты студенттары өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ: уҡыу йортонда исемле стипендиялар һаны артҡан 08.09.2015

Быға ҡушып, республика йәштәре дәртләндереү сараһы булараҡ түләнгән юғары академик һәм социаль стипендияларға ла дәғүә итә. Ғөмүмән алғанда, ныҡышмалдар уҡып ҡына ла ҙур күләмдә аҡсаға өмөт итә ала.

Эфирҙы алып барыусының кәйефе һәр ваҡыттағыса күтәренке. Радиола эшләй башлауын ул яңы баҫҡысҡа күтәрелеү менән тиңләй. Шулай ҙа быйыл Башҡорт дәүләт университетын тамамлаһа ла, Алмаз Бәширов уҡыуын магистратурала дауам итергә булған. «Эш белем алыуға бер ҙә ҡамасауламай, - ти ул. Етмәһә, юғары академик стипендияға дәғүә итергә мөмкин. Уҙған семестрҙа егет ай һайын 10  мең һумдан ашыу матди ярҙам алған.
Уҡыу, ғилми-тишеренеү, йәмәғәт, мәҙәни-ижади йәки спорт өлкәһендә уңыш ҡаҙанғандар 2011 йылдан алып юғары академик стипендия ала. Әлбиттә, был бәхет Рәсәй, республика университеттарының барлыҡ алдынғы студенттарына ла эләкмәй. Һәр факультеттан иң-иңдәр генә һайлап алына. Әйтәйек, уҙған семестрҙа бакалаврҙар ғәҙәти стипендиянан тыш, ай һайын кәмендә 3800 һум алып ҡыуанһа, тырыш магистрҙар 13800 һумғаса аҡса алған.  
Быйылғы уҡыу йылында Булат Ибраһимов та юғары академик стипендия алырға ниәтләнә. «Өмөт бар»,-ти ул. Яңыраҡ егет Рәсәй Президенты стипендияһына ла лайыҡ булған. Ғөмүмән, тырышҡанда, айына 20-әр мең һум аҡса алып уҡырға мөмкин. Булат кеүек.
Быға өҫтәп, исемле стипендиялар ҙа түләнә. Быйыл Башҡорт дәүләт университетында ғына уларҙың һаны алтауға артҡан. Әйтәйек, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары Зөбәй Үтәғолов исемендәге матди ярҙам алыуға көс һынашасаҡ.
Ә бына коммерция нигеҙендә белем алыусыларға ең һыҙғанып эшләргә тура килә. Олег Максименко ла нисек кенә тырышмаһын, уҡыған осоронда стипендияға өмөт итмәй. Шуға ла ул университет тормошон эш менән бергә алып бара.
Стипендия түләнәме-юҡмы, юғары уҡыу йортонда һәр кем үҙе өсөн тырыша. Аҡмулла ла бит белем тауына әйҙәгән. Уның васыяты әле булһа ла алдынғы ҡарашлы булырға өндәй
Сентябрҙә ғәҙәттәгесә күләмле стипендияларға дәғүә итеүселәр документтар йыйыу менән мәшғүл. Теләүселәр быйыл да күп. «Федераль, республика, университет бюджетынан бүленгән матди ярҙам үҙеңде тулыһынса уҡыуға бағышларға мөмкинлек бирә!», - ти студенттар.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика