Баш ҡаланың киләсәге 22.05.2017

Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй һәм республика олимпиадаларында төрлө фәндәр буйынса еңеүсе уҡыусыларҙың слеты үтте. Тантанала һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеүсе  педагогтар ҙа тәбрикәләнде.

Үткән уҡыу йылында  Бөтә Рәсәй олимпиадаһы 21 предмет буйынса үткән, уларҙа 70 меңдән ашыу уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡараған. Уларҙың  200-гә яҡыны төбәк этабында еңеүсе һәм призер исеменә лайыҡ булған. Ә бына 13 уҡыусы тотош ил кимәлендә Башҡортостан данын лайыҡлы яҡлап уңышлы сығыш яһаған.  Бүләкләнеүселәр араһында милли компонент, йәғни туған телдәр буйынса олимпиадала еңеүселәр ҙә бар. Дәүләт телдәре буйынса олимпиада былтыр  тәүге тапҡыр ғына  үткәрелә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һәләтле балаларҙың слетын ойоштороу бик әһәмитле, был сара уларҙы яңы  үрҙәргә этәрә, ҡанат ҡуя.
Тантанала уҡыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле  бүләктәр тапшырылды. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә еңеүсе педагогтар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Сөнки  балаларҙың  уңыштары  үҙ эшенә  мөкиббән ғашиҡ уҡытыусыларҙың тырышлығы менән бәйле. Бүләкләнеүсе уҡыусыларҙың күбеһе киләсәген үҙҙәре  еңеү яулаған йүнәлеш менән бәйләргә уйлай.  Мәҫәлән, Маргарита Гейд, немец ҡыҙы,  ул Өфөнөң 52-се мәктәбендә 11-се синыфта уҡый, ул ҙур теләк менән башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнә. Үткән уҡыу йылында Маргарита башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса призер исемен яулаған. Ул киләсәктә ошо предмет буйынса уҡытыусы булырға теләй, иң ҡыйыны «һ», «ҙ» хәрефтәрен әйтергә өйрәнеү булды, ә тел бик оҡшай, ти ҡыҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика