Баш ҡалала Өсөнсө Кузеев уҡыуҙары  үтә 30.09.2015

Өс йылға бер ойошторолоп килгән форум быйыл «Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация» тип атала. Ошо уңайҙан билдәле Рәсәй ғалимының эштәрен туплаған китаптың исем туйы үтте.

Рәмил Ғүмәр улы Кузеев Урал һәм Волга буйы халыҡтарының тарихын, мәҙәниәтен һәм көнкүрешен өйрәнеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән ғалим, тарихсы һәм этнограф. Уның төп эштәре Башҡорт халҡының рухи һәм матди мәҙәниәте, этногенез һәм тарихына арнала. Республикала этнография, археология, антропология, көнсығышты, музейҙарҙы өйрәнеү, дини эшмәкәрлектең яңы үҫеш алыуы ла Рәмил Кузеевтың исеме менән бәйле.
Рәмил Кузеевтың ғилми эштәрен бергә туплауҙы  Рөстәм Хәмитов тәҡдим иткәйне. Сөнки улар  бер генә күргәҙмәгә һыйырлыҡ түгел. Тарихсы 20 китап һәм ике йөҙҙән ашыу публикациялар авторы. Төрлө сығанаҡтарҙа баҫтырылған эштәр  йыйынтығы ете томға һыйған. Быйыл уның өсәүе нәшер ителәсәк. Киләһе йыл тағы дүрт китабы донъя күрер, тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика