Баш ҡала ғалимдары колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәш алымы уйлап тапҡан

Баш ҡала ғалимдары колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәш алымы уйлап тапҡан 21.01.2016

Хәҙер ҡоротҡостарҙы картуф араһынан берәмләп сүпләп йөрөйһө түгел. Башҡа үҫемлектәргә зараралы химия һибеп торорға ла кәрәкмәй. Яңы төр бактериялар ҡуңыҙҙарҙы ауырыуға һабыштыра һәм  эстән ашай.

Йомортҡалар ике көндән, ә ҙур ҡуңыҙҙар аҙна-ун көндән юҡҡа сыға башлай. Ғалимдарҙың тәүге һынауҙары ошондай һөҙөмтә биргән. Быға тиклем тәбиғи биологик юл менән колорадо ҡуңыҙҙарына ҡаршы торорлоҡ ҡорал булмаған. Ҡоротҡостарҙы сүпләп утта яндырыу, химик эшкәртеү ярҙамында ғына ҡотола килделәр. Ләкин был алым менән ҡуңыҙҙарҙан тулыһынса арыныу мөмкин түгел ине. Өфө ғалимдарының асышы картуф үҫтереүселәрҙең  бәләһен тамырынан йолҡоп ташлар тип  көтөлә.
Галина Беньковская, биохимия һәм генетика институтының ғилми хеҙмәткәре: «Тәүге һынауҙарҙы бына ошо колба эсендә үткәрҙек. Был үҫентеләргә беҙ уйлап тапҡан бактериялар индерелгән. Уны ашаған ҡуңыҙҙар аҙна тирәһе үткәс  хәрәкәтсәнлеген юғалтты. Ә инде йомортҡалары тәүге көндәрҙә үк төҫөн үҙгәртеп үлә башланы.  Үҫентеләр шул килеш һаҡланды».
Хәҙер инде колорада ҡуңыҙҙарының яратҡан аҙығы үлемесле ағыуға әйләнәсәк. Бактериялар менән байытылған шыйыҡсаны картуфҡа һибеп сығыу менән ҡуңыҙҙар уны ашауҙан туҡтай. Ә инде аппетитын тыя алмағандарға тәмле аҙыҡ тешләме менән бергә микроорганизмдар ҙа инә. Ғадимдар уйлап сығарған биодиверсанттар ҡорттарҙың үҙҙәрен  эстән ашай башлай.
Игорь Максимов, биохимия һәм генетика институтының лаборатория мөдире: «Бактериялар үҫентеләрҙең үҙәгенә  үк үтеп инә һәм уны эстән һаҡлайҙар. Улар бөжәктәргә генә түгел, башҡа ауырыуҙарға ла кәртә булып тора.  Антибиотиктарҙың файҙалы микроорганизмдар   зарарһыҙ, ә бына ҡоротҡостарға улар һәләкәтле тәьҫир итә. Хатта, бәләкәй кимереүселәр ҙә был үҫентеләрҙе урап үтәсәк».
Биологик ҡоралды эшләү өсөн ғалимдар ике тиҫтә йылға яҡын тикшеренеүҙәр алып барған. Уйлап сығарылған бактерияларҙы үҫентеләргә индереү өсөн генә лә иҫ киткес эш башҡарылған. Тәүҙә уларҙы күҙәтеү өсөн  балыҡтарҙың генынан сағыу буяуҙар уйлап табылған. Шул рәүешле генә бактерияларҙың үҫентегә ингәнме-юҡмы икәнлеген белергә мөмкин.
Дарья Благова, биохимия лабораторияһының ғилми хеҙмәткәре: «Бына ул колорадо ҡуңыҙҙарының буласаҡ ҡан дошмандары. Уларҙың үҫентегә инеүен күҙәтеү өсөн беҙ уларҙы төрлө төҫтәргә индерҙек. Был ябай буяу түгел. Уларҙы беҙ күренеп торһон өсөн  төҫлө балыҡтарҙың генынан алып эшләнек».
Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы бактериялар киң ҡулланышҡа әле генә сыҡмаясаҡ әле. Улар тәүҙә ябыҡ участкаларҙа тирә-йүнгә тәьҫире, кеше организмына йоғонто яһау-яһамауы буйынса тикшереү үтә. Әлегә баҡсасыларға ҡоротҡосҡа ҡаршы көрәштә  өйрәнелгән алымдарҙы ҡулланып торорға тура килә. Ләкин оҙаҡҡа түгел, тип ышандыра ғалимдар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика