Балсыҡтан мөғжизә

Балсыҡтан мөғжизә 07.10.2014

Шаран ауылының Балалар ижад йортонда үҙенсәлекле түңәрәк эшләй. Ижад йорто тәрбиәләнеүселәре балсыҡтан төрлө һындар яһарға өйрәнә.

Уйынсыҡ терпеләр, маскарад өсөн битлектәр, ҡурсаҡтар һәм башҡалар... Декоратив әйберҙәрҙе башланғыс мәктәп уҡыусылары балсыҡтан яһаған. Илнара Ситдиҡова түңәрәккә яңыраҡ ҡына яҙылыуына ҡарамаҫтан, балсыҡтан әүәләп эшләү нескәлектәренә өйрәнгән. Оҫтарғас, балсыҡтан картина яһарға хыяллана.

Балалар һындар ныҡ булһын өсөн балсыҡҡа гипс ҡуша.Тәүҙә ҡатнашма эсендәге һауаны бөтөрөү маҡсатында ул йомшартыла. Был һындар ватылмаһын өсөн эшләнә. Һуңынан яһаласаҡ әйберҙең башҡа деталдәре әүәләнә.

Һындар әҙер булғас, уларҙы биҙәргә лә ҙур фантазия талап ителә. Бының өсөн акварель буяуҙар ҡулланыла. Әҙер һын лак менән ҡаплана.

Ләйсән Әхматшина, түңәрәк ағзаһы: «Түңәрәктә ике йыл шөғөлләнәм. Ошо ваҡыт эсендә балсыҡтан картиналар яһарға өйрәндем. Эш түҙемлелек һәм һаҡлыҡ талап итә».

Түңәрәккә йөҙгә яҡын бала йөрөй. Байрам һайын уларҙың ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторола. Әле түңәрәктә шөғөлләнеүселәр Республика көнөнә әҙерләнә.

Аймара Рәхимова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку