Балалар сәләмәтлегенә һаҡсыл ҡараш 26.12.2016

Өфө районы Булгаков ауылы лицейының башланғыс синыф уҡыусылары каллиграфия оҫталығына төшөнә. Әлегә улар рәсем, рус теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә ҡауырһын ҡәләм ярҙамында төрлө биҙәктәр төшөрә, артабан хәреф, һандарҙы ла матур яҙырға өйрәнәсәк. Белем усағында кескәйҙәрҙең ҡул моторикаһын үҫтереүгә, күреү һәләтен яҡшыртыуға бәйле файҙалы күнекмәләр ҙә ойошторола.

Уҡытыусылар ҙа матур яҙыу оҫталығына төшөнә. Булгаков ауылы лицейында дәрестәрҙән һуң белем тауына әйҙәүселәр үҙҙәре үк парта артына ултырҙы. Таҡтаға яҙылған хәрефтәрҙе, биҙәктәрҙе улар ҡағыҙ битендә ҡауырһын ҡәләм менән төшөрҙө. Белем усағында уҡыусыларҙы каллиграфияға өйрәтеү бурысы ҡуйылған. Башланғыс синыф уҡытыусыһы Сәриә Хәйруллина ла был яңылыҡты күтәреп ала. «Һәр дәрестә бер-ике минут ҡауырһын менән яҙғанда ла уңышҡа өлгәшеп була»,- ти ул.
Әлегә лицейҙа тик беренсе һәм өсөнсө синыф уҡыусылары ғына ҡауырһын ҡәләм менән яҙа. Октябрҙә башланған күләмле эштең бәләкәй уңыштары ла бар. Уҡытыусылар бығаса интернет материалдарын ҡулланып балаларҙы матур яҙырға өйрәтһә, хәҙер Өфө каллиграфтары ла оҫталыҡ дәресен ойоштора башлаған.
Башланғыс синыф уҡыусылары ҡауырһын менән матур яҙырға ярыша -ярыша өйрәнә. Һәр кем «бишле» билдәһе алырға тырыша. Ҡыҙҙар ғына түгел, малайҙар ҙа аҡ ҡағыҙ битенә ҡара тамдырмай, үҙҙәре үк таҙалыҡ һәм тәртип яҡлы. Балаларының яңы сәнғәт төрөн үҙләштереүгә ата-әсәләр ҙә ҡыуана.
Лицейҙа ҡауырһын менән яҙыу оҫталығына өйрәнеү - балаларҙың сәләмәтлегенә һаҡсыл ҡараш уҡытыу методикаһының бер өлөшө генә. Бынан тыш, дәрестәрҙә уҡыусыларҙың умыртҡа һөйәге, табандары өсөн файҙалы күнекмәләр ҙә яһайҙар.
Иғтибар үҙәгендә - шулай уҡ күҙҙәр. Кабинет түшәмендә төшөрөлгән төрлө төҫтәге уҡлы түңәрәктәргә ҡарап та, малай-ҡыҙҙар гимнастика яһай. Дәрестә парта артында ултырып арыған уҡыусылар ун-ун биш минут бейек өҫтәл янында баҫып та тора ала. Булгаков ауылында ҡулланылған яңы уҡытыу методикаһы менән башҡа белем усаҡтары ла ҡыҙыҡһына башлаған. Киләсәктә Башҡортостанда был йүнәлеш буйынса инновация  селтәрен булдырыу ниәте менән яна лицей етәкселеге.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика