Балалар менән эштә яңы алымдар

Балалар менән эштә яңы алымдар 09.11.2016

Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия белгестәре аңлашылмаусанлыҡтарҙы хәл итеүҙә медиация алымдары ҡуллана башланы. Ҡайһы бер төбәктәрҙә был технология бер нисә йыл тәжрибә үтә. Башҡортостанда ла медиаторҙар эше өс йыл рәттән киң ҡулланыла. Киләсәк быуынды тәрбиәләү, балаларҙы яҙыҡ юлдан аралау йәһәтенән был алым һөҙөмтәле, ти белгестәр.

Башҡортостан тәжрибәһе әле тотош ил күләмендә өйрәнелә. Баш ҡалала бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияларҙың өсөнсө бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтә.
Медиация - бер һүҙ менән әйткәндә, тәртипһеҙлекте алдан иҫкәртеү. Йәғни, бәлиғ булмаған балалар менән барлыҡҡа килгән низағтарҙы йәмғиәткә сығармайынса, ата-әсә һәм белгестәр ҡатнашлығында ғына, мәктәп кимәлендә хәл итеү. Бының өсөн хәлде көйләүселәр, медиаторҙар талап ителә. Илдә был эш алымы индерелә башлау менән балалар ҡатнашлығындағы енәйәт ҡылыуҙар, тәртипһеҙлектәр һәм иҫәптә тороусы үҫмерҙәр һаны ла кәмегән. Әгәр бер нисә йыл элек ундай балалар һаны 250 мең булһа, хәҙер 150 мең тирәһе, тине вице -премьер Ольга Голодец ,кәңәшмәлә ҡатнашыусылар менән видеобәйләнештә. Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Вениамин Каганов белдереүенсә,  низағтарҙың йәмғиәткә сығарылмайынса хәл ителеүе баланың хаталарын төҙәтәсәгенә өмөт уята.
Вениамин Каганов, Рәсәй федерацияһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары: «Әгәр проблема йәмғиәткә сығарылмай икән, баланың психикаһы ла зыян күрмәй. Иҫәптә тороусы балалар һанын кәметеү буйынса урындарҙа иҫ киткес ҙур эш башҡарыла. Ләкин беҙҙең төп маҡсат ауыр холоҡло баларҙы асыҡлап иҫәпкә ҡуйыу түгел, ә бындай хәлгә юл ҡуймау һәм киләсәк быуынды дөрөҫ йүнәлештә тәрбиәләү».
Башҡортостанда ла медиаторҙар эше киң ҡулланыла. Һөҙөмтәләр яҡшы. Һуңғы биш йылда үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы хоҡуҡ боҙоуҙар 36 процентҡа кәмегән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика