«Балалар хаҡына бергәләп» 18.09.2014

Өфөлә  ошондай исем аҫтында V Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үтте. Сарала ауыр яҙмыш һынауына дусар булған кескәйҙәрҙе яҡлау, ғаиләләрҙе һаҡлау буйынса проекттар ҡарала. Форумда илдең 70-кә яҡын төбәгенән белгестәр ҡатнаша. Берәүҙәр проблеманы IT технологиялар ярҙамында хәл итһә, икенселәр халыҡ алымдарына таяна. Башҡортостандың да  уртаҡлашыр тәжрибәһе күп, республикала социаль сәйәсәт уңышлы тормошҡа ашырыла.

Өҙҙөрөп бейегән ҡыҙҙарға ҡарап был бүлмәне клуб йә ижади үҙәк тип уйларға мөмкин. Ысынбарлыҡта иһә ул Фатьяновтар ғаиләһенең фатиры. Был өйҙә һөнәрһеҙ кеше юҡ. Ҡыҙҙар бейергә, фортепьянола уйнарға әүәҫ, 10 синыфта уҡыған Кирилл иһә уҡыу алдынғыһы, рәссам. Фатьяновтар дүрт баланы ла тәрбигә алған, үҙҙәренең улы юғары уҡыу йортонда белем ала, айырым йәшәй.

Ольга Фатьянова, тәрбиәгә бала алыусы: «Тәрбиәгә тәүҙә ун йыл элек Ленаны алдыҡ. Ул ҡусты -һеңлеләр һорай башлағас биш йыл элек бер туған өс баланы үҙебеҙгә һыйындырҙыҡ. Бер ауырлығы ла юҡ, балалар бер-береһенә лә, миңә лә ярҙам итә».

Кирилл Евдокимов: «Икенсе мөхиткә килеп эләгеү тәүҙә ҡыйыныраҡ булды, һуңынан өйрәнеп киттем. Хәҙер әсәй-атай тип өндәшәм».

Фатирҙы Кириллдың һүрәттәре, Ленаның балеттағы уңыштарын сағылдырған миҙалдар биҙәй. Фотоһүрәтттәрҙә иһә ғаиләнең сәйхәт иткән мәлдәре мәңгелләштерелгән.

Ижади конкурстар, олимпиадалар, спорт ярыштары. Балаларҙың маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдары ғына бәләкәй бер китапханаға торошло. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған кескәйҙәр изге кешеләр ярҙамында тулы ҡанлы тормош менән йәшәй башлаған. Республикала бындай осраҡтар берәү генә түгел.

Башҡортостанда етем балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу, ғаиләне, балалыҡты, әселекте яҡлау буйынса даими эш алып барыла. Республиканың ошо йүнәлештәге эш тәжрибәһе тиҫтәләрсә федераль закондың нигеҙенә ятҡан. Форумға килгәндә, ул биш йыл элек ауыр яҙмыш һынауына дусар булған балаларҙы яҡлау фонды тәҡдиме менән үткәрелә башлай. Башҡортостан был ойошма менән тығыҙ хеҙәмттәшлек итә, әле беҙҙә ошо фонд ярҙамында 13 проект ғәмәлгә ашыра.

Форумға һәр бер төбәк үҙ проектын алып килгән. Берәүҙәр физик мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәрҙе ҡурсалау темаһын күтәреп сыҡһа, икенселәр атайҙарҙы тәрбиә эшенә ылыҡтырыуҙы, йәки бәлиғ булмағандарға психологик ярҙам йүнәлешен сағылдырған. Күрше Татарстан Республикаһы ла яңы проект алып килгән.

Саха-Яҡут белгестәре зәғиф балаларҙы милли уйын ҡоралы хомус менән дауалау алымы үҙләштерһә, ырымбурҙар ҡурсаҡ терапияһын ҡуллана. Улар сирҙәрҙе ҡул эштәре ярҙамында дауалауға ышана.

Башҡортостан форумға тиҫтән ашыу проект әҙерләгән. Төбәктәр бер-береһенән иң уңышлы эш алымдарын үҙләштерергә лә ниәтләй. Сөнки был осрашыуҙың төп маҡсаты - тәжрибә уртаҡлашып, яауыр яҙмыш һынауына дусар булыусыларҙың көнитмешен еңеләйтеү.

Форумда күрһәтелгән проекттарҙың иң үҙенсәлеклеләре киләсәктә ойоштороусы фонд ярҙамында финанслансаҡ. Былтыр учреждение Рәсәйҙең 38 төбәгендә 200-ләп программаны тормошҡа ашырыу өсөн аҡса бүлгән. Ә Фатьяновтар иһә ғаиләһен тағы ишәйтергә ниәтләй, дәүләт һәм йәмәғәтселек яғынан хәстәр булғанда ҡурҡыныс түгел, ти улар.

Рәмзиә Кәримова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика