Балалар баҡсаһы өсөн иҫәпләшеүҙә компенсация майҙа тергеҙелә

Балалар баҡсаһы өсөн иҫәпләшеүҙә компенсация майҙа тергеҙелә 22.03.2017

Тик бөтәһе өсөн дә түгел. Уны айлыҡ килеме 12 мең ярым һумдан түбән булған ғаиләләр аласаҡ. Бының өсөн мәктәпкәсә тәрбиә биреү учреждениеһына эш хаҡы тураһындағы белешмәне 1 майға тиклем тапшырыу талап ителә. Был турала   Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова белдерҙе.

Ике бала әсәһе Илһөйәр Ғарифуллина балалар баҡсаһы өсөн иҫәпләшеүҙә льгота менән файҙаланған. Йәш әсәнең ҙур улы Арыҫлан балалар баҡсаһына йөрөй, әлегә тиклем баҡсаға түләүҙең 20 проценты  компенсация менән ҡапланған. Тик март айында килгән квитанцияла күрһәтелгән тулы хаҡ ханымды башҡа ата-әсәләр кеүек үк аптырауға һалған.
Әммә белгестәр әлегә түләүҙәрҙең иҫәпләү һәм ташламалар биреү тәртибе тулыһынса раҫланып бөтмәүен билдәләй. Киләһе ике айҙа, түләүҙәр ҡабаттан иҫәпләнә. Яңы нормативтар буйынса ташлама ҡаралған икән, артыҡ түләнгән аҡса ата-әсәләрҙең иҫәбенә кире ҡайтарыла. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән тыш, мөмкинлеге сикләнгән сабый тәрбиәләүсе ата-әсәләргә элекке кеүек үк 50 процент ташлама бирелә. Әйткәндәй, әгәр ҙә балалар баҡсаһына ата-әсәләр тулы сумманы ваҡытында түләй алмай икән, уларға бүлеп түләү мөмкинлеге бирелә.
Гөлназ Шафиҡова, Башҡортостандың мәғариф министры: “Балалар баҡсаһындағы льготаларҙы берәү ҙә бөтөрмәй. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем тапшырылған документтарға өҫтәп, ғаиләлә йән башына уртаса килем йәшәү минимумының 1,5 тапҡырҙан артмауы тураһында белешмә килтерергә кәрәк буласаҡ”.
Документты райондағы халыҡты социаль яҡлау органдары бирәсәк. Белешмәне баҡсаға 1 майға тиклем тапшырырға мөмкин. Шулай уҡ конференцияла журналистар яңы аутсорсинг системаһы хаҡында ла ҡыҙыҡһынды.
Елена Хаффазова, Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе: “ Һәр өлкәлә белгестәр эшләргә тейеш. Мәктәпкәсә учреждениеларҙа туҡландырыу өлкәһендәге яңылыҡ 1 апрелдән ғәмәлгә инә. Ғөмүмән, был туҡланыуға ғына ҡағылмай. Ойошма эргә-тирәһен йыйыштырыу, һаҡлау һәм башҡа хеҙмәттәрҙе аутсорсинг компанияларға тапшырыу отошло юл, тип һанала”.
Кемдәр сумманы үҙҙәренең льготаһынан артыҡ түләгән, уларға ҡабаттан иҫәпләүҙәр беренсе апрелдән ҡайтарыла башлай. Әйткәндәй, шул көндән балалар туҡланыуы аусорсинг системаһына күсерелә. Был  ашатыу өсөн тәрбиәселәр һәм мөдир яуаплы түгел, ә эш туҡландырыу комбинатына тапшырыласаҡ тигәнде аңлата. Белгестәр, аҙыҡ-түлектең сифаты өсөн хәүефләнергә урын юҡ тип билдәләй. Сөнки ризыҡтар мәктәпкәсә учреждениеға барып еткәнсе етди тикшереү  үтәсәк.
.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика