Балаларға хәүеф янай 13.10.2016

Иглин районы ата-әсәләре Ауструм ауылы интернаты уҡыусыларға йәшәү өсөн яраҡһыҙ, тип иҫбатлай. Бинаның ҡыйығынан һыу үтә, һөҙөмтәлә түбәләр серей, стеналарҙа үңәҙ тарала. Был сәбәпле балалар даими ауырып тора, ти урындағы халыҡ. Интернатта йыл әйләнәһенә 27 бала йәшәүенә ҡарамаҫтан, ҡыйыҡты ремонтлау йылдар буйы кисектерелеп килгән.

Анна Сәлимова 6 синыфта уҡыған ҡыҙын йылы кейендереп, өшөтмәй генә йөрөтөргә тырыша. Ләкин был барыбер ярҙам итмәй, Алина йыл һайын оҙаҡ ҡына дауаханала ятып ала. Бының сәбәбе интернат бинаһының торошонда, тип аңлата әсә кеше. Стеналарҙағы үңәҙ балаларҙың үпкәһенә зыян килтерә. Мәҫәлән Алинаның бер көн ҡапыл тыны быуыла башлай.
Хәҙер балалар интернатта ҡалырға бигүк теләмәй, уларҙың ата-әсәләре лә быға ҡаршы. Эргә-тирәләге дүрт ауыл уҡыусыларын көн дә мәктәпкә автобус алып килә. Ләкин был да билдәле ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.  Бинаның ҡыйығын төҙөкләндереү-  ата-әсәләрҙең иң ҙур теләге.
Бинала интернаттан тыш балалар баҡсаһы, почта бүлексәһе һәм ауыл советы урынлашҡан. Уның торошо өсөн район һәм урындағы хакимиәт яуаплы, ләкин элекке түрәләр ауыл тормошо менән ҡыҙыҡһынманы, ти халыҡ. Ҡыйыҡтан 3 йыл буйына һыу аҡһа ла, вәғәҙәләрҙән башҡа ярҙам булмаған. Әле райондың яңы депутат корпусы эшҡыуарҙар ярҙамында мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләй.
Шамил Ғабдуллин, Иглин район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе: «Был шәмбе эшҡыуарҙар ярҙамында ҡыйыҡты төҙөкләндереү эшен башларға торабыҙ. Эштәр тамамланғас балалар интернатта йәшәй аласаҡ. Планда киләһе йыл бинала капиталь төҙөкләндереү үткәреү, уның башын ҡалай менән ябырға уй бар».
Балалар интернатта 1 ноябрҙән йәшәй башлаясаҡ. Төп маҡсат быға тиклем бинаның ҡыйығынан һыу үтеүҙе туҡтатыу. Артабан стеналарҙы буяу ҡала. Ата-әсәләр был эшкә үҙҙәре үк тотонорға әҙер, бары тик эштең һөҙөмтәһе генә булһын.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика