Балаңды уҡытҡың килә икән, ноутбук ал 01.12.2014

Өфө мәктәптәренең береһендә белем алыусы беренсе синыф уҡыусыларын етәкселек шәхси копмьютерҙар алырға өгөтләй. Был үҙгәреш тураһында ата-әсәләргә уҡыу йылы башланғас хәбәр иткәндәр. Йәнәһе лә заман техникаһын алмағандарҙы айырым уҡытасаҡтар. Шул уҡ ваҡытта ноутбуктың хаҡы ла тешләшә - 22 мең һум самаһы. Килеп тыуған мәсьәләне хәл итеүҙе һорап уҡыусыларҙың ата-әсәләре республика Президентына хат менән мөрәжәғәт иткән.

Ҡыҙын быйыл уҡырға биргән әсә мәктәптәге үҙгәрештәргә ҡырҡа ҡаршы. Ноябрҙә үткән ата-әсәләр йыйылышында беренсе синыф уҡыусыларына «Бер уҡыусы бер компьютер» мәғариф программаһы буйынса дәрестәр өсөн ноутбук алырға тәҡдим иткәндәр. 22 меңлек техниканы бары тик бер магазинда алырға кәңәш итеү күптәрҙә шик уятҡан.
Алена Александрова, беренсе синыф уҡыусыһының әсәһе: «Мин үҙем уҡытыусы, беренсе синыфта балаларҙы яҙырға һәм уҡырға өйрәтергә тейештәр, ә техника менән өлкәнерәк кластарҙа танышырға мөмкин тигән фекерҙә. Әгәр ул дәүләт программаһы икән, техника менән дәүләт тьәмин итергә тейештер. Ни өсөн был турала уҡыу йылы башланғас хәбәр итәләр?».
30 йыллыҡ уҡытыу тәжрибәһе булған өләсәй ҙә яңы программаны үҙһенмәй. Хәллерәк ата-әсәләр уны алыр ҙа, ә бына ҡулынан килмәгәндәрҙең балаһы үҙен кәмһетелгән итеп тоясаҡ. Бынан тыш, ҡыйбатлы ноутбукты бала ватыуы, йә өйгә ҡайтышлау урлатыуы ихтимал. «Бер уҡыусы бер компьютер» мәғариф программаһы информацион технологияларҙы ҡулланып, башланғыс синыфтарҙа уҡыу сифатын күтәреүҙе күҙ уңында тота. Был турала августа үткән кәңәшмәлә лә һүҙ барҙы, тип бүлешә Өфөнөң 61-се мәктәбе директоры. Заман менән бергә атларға теләүселәр мәғариф программаһына ҡушыласаҡ.
Андрей Кузнецов, Өфөнөң 61-се мәктәп директоры: «Мәғариф программаһы уҡытыусы менән уҡыусыларға бер селтәрҙә аралашырға, төрлө мәсьәләләр сисергә ярҙам итә. Ноутбукка килгәндә, уны һатып алыу мәжбүри түгел, теләк буйынса. Әгәр күпселек ата-әсәләр тәҡдимдән баш тарталар икән, уҡыусылар ғәҙәти программа буйынса белем аласаҡ».
Яңы мәғариф программаһы буйынса шөғөлләнеүҙән баш тартҡан ғаилә республика Президентына хат менән мөрәжәғәт иткән. Әле был хәл буйынса тикшереү эше бара. Яңылыҡ ата-әсәләр араһында төрлө фекерҙәр уятыу сәбәпле, мәктәп етәкселеге тағы ла йыйылыш үткәрергә ҡарар иткән. «Бер уҡыусы бер компьютер» мәғариф программаһы буйынса шөғөлләнеүҙе күпселек фекере хәл ителәсәк.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика