Баҡсала һыуыҡ 15.10.2016

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылындағы «Сулпылар» балалар баҡсаһына әлегәсә йылылыҡ бирелмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, ата-әсәләр сабыйҙарын белем биреү учреждениеһында ҡалдырырға мәжбүр. Бүлмәләр электр ҡоролмалары ярҙамында йылытыла. Дауахана, китапхана кеүек социаль учреждениелар ҙа ла ошо уҡ хәл күҙәтелә.

Халыҡ уйыны аша Иҫке Сибай ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәселәре кескәйҙәргә телгә һәм фольклорға һөйөү тәрбиәләй. Өҫтәүенә, хәрәкәтле уйындар һыуыҡ бүлмәлә йылыныу сараһы ла булып тора. Һыуыҡ, сөнки «Сулпылар»ға  әлегәсә йылылыҡ бирелмәгән. Бүлмәләге температура электр ҡоролмалар ярҙамында 18-20 градустан да юғары күтәрелмәй. Һыуыҡ баҡса, һыуыҡ һыу... Быны әлбиттә, сыныҡтырыу сараһы тип аңлауы ҡыйын.
Ләкин сынығыу ҙа ҡайһы саҡта, баланың йыш ауырыуына килтереүе ихтимал. Ата-әсәләр учреждение һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, сабыйҙарын баҡсаға ҡалдырырға мәжбүр. Күптәр хатта, өйҙән электр ҡоролмаларын килтергән. Балалар өшөмәһен тип тәрбиәселәр бар көсөн һала.
Ғөмүмән, объекттарҙың ҡышҡылыҡҡа әҙерлеге 15 сентябргә тиклем тамамланырға тейеш. Һауа температураһы биш көн дауамында 8 градус һаҡланһа, мотлаҡ йылы бирелә. Ә ни өсөндөр был ҡағиҙә Иҫке Сибайҙар өсөн түгел.
Мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында беҙҙең ижади төркөм урындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа юлланды. Хеҙмәткәрҙәр бар документтарҙың да теүәл булыуын белдерҙе. Тотҡарлыҡ урындағы ауыл биләмәһе етәкселегенә барып тоташа. Үкенескә, хакимиәт башлығы урынында булмай сыҡты. Әйткәндәй, сюжет эфирға әҙерләнгән ваҡытта беҙҙең ижади төркөм балалар баҡсаһына йылылыҡ бирелеүе хаҡында хәбәр алды. Тимәк,  ике аҙнанан ашыу өшөгән балалар йылы баҡсаға барасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика