Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында 600 уҡыусыға иҫәпләнгән белем усағы төҙөлә 07.11.2015

Әле дүрт ҡатлы бинала тышҡы эштәр тамамланған.

Мәктәп эсендә төҙөүселәр инженер селтәрҙәрен үткәрә башлаған. Проект буйынса мәктәп эсендә ике лифт эшләйәсәк. Ә ике ҡатлы иҫке мәктәптә күрше ауылдан йөрөп уҡыған уҡыусылар йәшәйәсәк. Әле унда бының өсөн шарттар тыуҙырыла. Белем биреү учреждениеһы урынында элек бер ҡатлы ағас бина булған. Уны һүткәндән һуң, дәрес уҙғарыу өсөн бүлмәләр етмәй башлай. Әлегә Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусылары ике сменала тығыҙ бүлмәләрҙә уҡырға мәжбүр.
Яңы мәктәп төҙөлөшөнә республика бюджетынан 402 миллион һум аҡса бүленгән. Объектты киләһе йыл файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Был мәктәп-интернат районда бар мәктәптәрҙе лә беренсе сменаға күсереү проблемаһын тулыһынса хәл итмәй. Шуға ла Иҫке Собханғолда киләсәктә тағы ла бер белем биреү учреждениеһы төҙөү ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика