Бөрйән районының Ҡотан ауылында яңы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы асылды 16.09.2016

Уның нигеҙе 90-cы йылдарҙа уҡ һалынған була, әммә финанс сығымдар етмәү сәбәпле, төҙөлөш туҡтатыла. Ниһайәт, изге башланғыс быйыл социаль маҡсатлы программалар фонды һәм «Башнефть» компанияһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ҡара алтын менән тәьмин итеүсе предприятие ауыл үҙәгендәге ташландыҡ бинаға реконструкция яһау буйынса 27 миллион һумлыҡ сығымдарҙы ҡаплай.

Был малай-ҡыҙҙар юҡҡа ғына шатланмай. Белем көнөнән һуң уларға ҡыуаныслы хәбәр еткерелә - ниһайәт, яңы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһында төҙөкләндереү эштәре тамамланған. Ауыл үҙәгендә урынлашҡан объектты асыу тантанаһында уҡыусыларға тылсымлы асҡыс та тапшырылды. Ата-әсәләр хәҙер балалары өсөн тыныс. Уҡытыу-тәрбиә эше йылы, иркен бүләмәләрҙә үтәсәк.
Ғәҙәттә, балаларҙы йоҡо бүлмәһенә индереп тә булмай. Тик Ҡотан ауылында хәл башҡаса булып сыҡты. Уңайлы шарттарҙың булдырылыуына кескәйҙәр һөйөнөп бөтә алмай. Руслан Мәжитовтың да йылмайыуы йөҙөнән китмәй, тиҙерәк әүен баҙарына барғыһы килә.
Кескәйҙәр өсөн бында уйнарға, спорт менән шөғөлләнергә урын етерлек. Иң мөһиме - яңы йыһаз, уйынсыҡтар килтерелгән. Әлегә балалар баҡсаһына егерменән ашыу малай-ҡыҙ йөрөй. Киләсәктә тәрбиәләнеүселәр һаны тағы ла артыуы ихтимал. Ни тиһәң дә, республикала тыуым буйынса бөрйәндәргә етеүселәр юҡ.
Башланғыс мәктәп уҡыусыларының маҡсаттары юғары. Араларында табип ҡына түгел, уҡытыусы, полиция хеҙмәткәре, шофер булырға теләүселәр күп. Улар ҙа хәҙер заман талаптарына яуап биргән шарттарҙа белем аласаҡ. Әлегә иркен кабинеттарҙа икешәр синыф уҡый.  
Быға тиклем малай-ҡыҙҙар иҫке ағас бинала тәрбиәләнгән һәм белем алған. Ундағы шарттарҙы яҡшыртыу буйынса халыҡ ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәй. Ниһайәт, изге ниәт социаль маҡсатлы программалар фонды һәм «Башнефть» компанияһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. «Бөрйән әле лә ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә»,-ти район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.  
Әйткәндәй, Ҡотан ауылында 300-ән ашыу кеше йәшәй. Уҡыусылар башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң күрше ауылға йөрөп уҡый.
Яңы социаль объекттың асылыуына урындағы халыҡ һуңғы көнгәсә ышанмай. Ни тиһәң  дә, был бинаның нигеҙе 90-сы йылдарҙа уҡ һалына башлай. Әммә төҙөлөш кенә алға китмәй. Шуға ауыл үҙәгендәге үҙгәрештәр барыһын да ла шатлыҡ тойғоһо уятҡан. Хәҙер яңы мәктәп-балалар баҡсаһын «Ҡояшҡай» тип кенә йөрөтәләр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика