Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусылары ике сменала тығыҙ бүлмәләрҙә уҡырға мәжбүр 05.05.2015

Күп дәрестәр шулай уҡ яҡындағы балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йортонда үткәрелә. Шулай ҙа был уңайһыҙлыҡтар ваҡытлыса ғына. Киләһе йыл район үҙәгендә яңы мәктәп асыу күҙаллана.

Айсыуаҡ Хоҙайғолов атаһы менән бергә шахмат, шашка уйнарға ярата. Алты йәшлек малайҙың хәтере шәп. Йөҙгә тиклем һанай белә, ҡабатлау һәм бүлеүҙе үҙләштергән. Шуға ла ул тиҙерәк мәктәпкә барыу теләге менән яна.
Быйыл Айсыуаҡ беренсе класҡа уҡырға төшә. Тик әлегә ул шул уҡ балалар баҡсаһы бинаһында белем аласаҡ. Сөнки Иҫке Собханғолда яңы мәктәп ишектәре алдағы йылда ғына асыла.
Ауыл үҙәгендә төҙөлөш эштәре гөрләй. Буласаҡ белем биреү учреждениеһының нигеҙе һалынған. Төҙөүселәр беренсе ҡатты күтәрә башлаған. Эш күләме ҙур, ти улар. Проект буйынса бында дүрт ҡатлы бина буласаҡ. Иркен бүлмәләрҙә 600-гә яҡын уҡыусы белем аласаҡ. Шулай уҡ бында ике лифт ҡуйыу ҙа күҙаллана.
Бөрйән районы халҡы был мәктәпкә күптән мохтаж. Ни тиһәң дә, ярты быуат элек төҙөлгән иҫке ағас биналарҙа белем алыу хәүефле. Уларҙың күптәре һүтеп алынғас, яңы мәктәпкә ихтыяж арта бара.
Был урында тағы ла бер төкәтмә төҙөләсәк. Унда тамаша залы, китапхана, спортзал буласаҡ. Шулай уҡ өҫтәрәк волейбол, футбол, баскетбол майҙансыҡтарын булдырыу ҡаралған. Ерҙе тигеҙләргә генә кәрәк.
Киләсәктә эргәләге ике ҡатлы мәктәп интернатҡа әйләнәсәк. Әлегә унда Иҫке Собханғол һәм күрше ауыл уҡыусылары белем ала. Уңайһыҙ шарттарҙа... Яңы мәктәп төҙөлгән урында элек бер ҡатлы ағас бина булған. Уны һүтеп алғандан һуң, дәрес үҙғарыу урындарына ҡытлыҡ башлана.
Бәләкәй генә кабинеттарҙа 25-26-шар бала уҡый. Дәрестәр балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йортонда ла үтә. Шулай ҙа уҡыусылар һәм уҡытыусылар ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарға түҙергә әҙер.
Проект буйынса яңы мәктәп төҙөүгә республика бюджетынан барлығы 402 миллион һум аҡса бүленәсәк. Бөгөн төҙөлөш эштәре 32 миллион һумға эшләнгән. Или Бөгөн был сумманың 32 миллион һумы үҙләштерелгән.
Төҙөлөш бар ерҙә тормош бар, тиҙәр. Республикала Бөрйән районы тыуым күрһәткестәре буйынса алдынғылар рәтендә. Урындағы халыҡтың 31 проценты - балалар һәм йәштәр. Шуға ла Бөрйәнде иң йәш төбәк тип тә атайҙар.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика