Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы 22-се балалар баҡсаһы Яңы йылды яңыртылған бинала ҡаршылай

Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы 22-се балалар баҡсаһы Яңы йылды яңыртылған бинала ҡаршылай 23.12.2015

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты ярҙамында  яңы тәҙрәләр, ишектәр  ҡуйылған, иҙән түшәлгән.

Яңы йыл байрамына әҙерлек бара. Балалар  бейеү  хәрәкәттәрен ҡабатлай, йыр текстарын ятлай. Быйыл  байрам тамашаһы айырыуса тулҡынландырғыс тойола.  Ул   яңыртылған балалар баҡсаһында үтә.
Балалар баҡсаһы төҙөлгәнгә утыҙ йылдан ашыу   ваҡыт үткән. Капиталь ремонт быға тиклем үткәрелгән - ҡыйыҡ, һыу үткәргестәр алмаштырылған. Ә тәҙрәләр өсөн аҡса етмәгән. Быйыл «Реаль эштәр»  проекты ярҙамында ул хәл ителгән. Пластик тәҙрәләр, ишектәр  ҡуйылған, иҙәнгә яңы линолеум түшәлгән.
Артур Садиҡов, «Берҙәм Рәсәй» партияһының бәләбәй районы бүлексәһе секретары: «Беҙ килеп тәҙрәләрҙең торошон ҡараныҡ. Ҡыш сығырлыҡ түгел ине. Тотош алмаштырырға кәрәк тигән ҡарарға килдек».  
Төҙөкләндереүҙә шәмбе һайын өмә ойоштороп  ата-әсәләр ҙә ҡатнашҡан. Бер ай тигәндә эштәр теүәлләнгән.
Мәктәпкәсә учреждениеға  өс йөҙҙән ашыу бала йөрөй. Улар өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған, бүлмәләр  тейешенсә йыһазландырылған. Тәҙрәләрҙән ел өрөп тормағас бинала йылыраҡ,  яңы иҙәндән атлап йөрөү ҙә күңеллерәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика