Бәләбәй механика һәм электрификация колледжында сираттағы ВорлдСкилс чемпионатына әҙерлек бара

Бәләбәй механика һәм электрификация колледжында сираттағы ВорлдСкилс чемпионатына әҙерлек бара 11.01.2018

Республика буйынса  конкурстың төбәк этабы февралдә башлана. Иң яҡшы һөнәрмән исеме өсөн автослесарҙәр, электриктар, тракторсылар ярышасаҡ.

Үҙебеҙҙә етештерелгән автомобилдәр ярҙамында студенттар донъя кимәлендә үтәсәк ярышҡа әҙерләнә. Буласаҡ автослесарь Денис Хәбибуллин үҙе белем алған колледж данын  республика этабында яҡлаясаҡ.
Денис Хәбибуллин, 4-се курс студенты: «Беҙҙе уҡыу барышында күп нәмәгә  өйрәтәләр, шуларҙы  конкурста күрһәтергә  һәм  алдынғы урындарға ирешергә тейешбеҙ».
Бәләбәй механика һәм электрификация колледжында «Ауыл хужалығы машиналарын эксплуатациялау» йүнәлеше буйынса махсус үҙәк тә эшләй.
Николай Самарин, Бәләбәй механика һәм электрификация колледжы директоры урынбаҫары: «Был өлкәне  беҙҙең төбәктә ауыл хужалығы культураларын эшкәртеү киң таралғанға һайланыҡ. Республикала  ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә  иғтибар ҙур. Был профил буйынса уҡытҡан уҡыу йорттары ла етәрлек. Беҙҙең уҡыу йортонда ла был өлкәгә белгестәр әҙерләү сифаты юғары».  
ВорлдСкилс чемпионатында теорияны яҡшы белеүҙән тыш, уны практик күнекмәләрҙә лә  күрһәтә белергә кәрәк. Тәжрибә туплау өсөн уҡыу йорттарында махсус майҙандар асылған. Мәҫәлән, был модулдә буласаҡ электриктар күнекмәләр үтә. Үткән йыл конкурста ҡатнашып, Айҙар Зиннәтуллин икенсе урын алған. Быйыл иҫәбе -еңеүсе булыу.
Алмаз Зиннәтуллин, 4-се курс студенты: «Бөтә етешһеҙлектәрҙе лә иҫәпкә алдыҡ, бик етди әҙерләнәбеҙ. Ярыштарға  әҙерләнеү тәжрибәбеҙ бар».
ВорлдСкиллис эшсе һөнәрҙәре төбәк чемпионаты Башҡортостанда февраль айында башлана. Унда ҡатнашыусылар 27 төрлө өлкәлә көс һынашасаҡ. Оҫталыҡты һынау  майҙандарының береһе Бәләбәй механика һәм электрификация колледжы базаһында ойоштороласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика