Бөгөндән Өфөнөң «Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә» уҡыусылар өсөн профориентация аҙнаһы башлана

Бөгөндән Өфөнөң «Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә» уҡыусылар өсөн профориентация аҙнаһы башлана 28.09.2015

Йылына ике тапҡыр ойошторолған сарала баш ҡаланың Ленин, Киров, Совет һәм Октябрь райондары мәктәптәрендә белем алыусылар ҡатнаша.  

Аҙналыҡтың маҡсаты - 8-се, 9-сы синыф уҡыусыларына  һөнәр һайларға ярҙам итеү. Бының өсөн егет-ҡыҙҙар махсус тест үтә, төрлө предприятиелар эшмәкәрлеге менән таныша. Артабан үҙҙәре теләгән профессияға тап килгән колледж йә училище һайлай.
Рузана Нәжметдинова, Өфөнөң 1-се мәктәбе уҡыусыһы: «Мин киләсәктә төҙөлөш тармағында эшләргә теләйем. Әле үҙемде ҡыҙыҡһындырған уҡыу йортон да таптым».
Лиана Хаматханова, Өфөнөң 1-се мәктәбе уҡыусыһы: «Мин әлегә киләсәктә кем буласағымды белмәйем, шуға ла профориентацияға килдем. Күп мәғлүмәт алдыҡ. Бер нисә предприятие эшмәкәрлеге менән таныштыҡ».
Аҙна дауамында 600-ҙән ашыу уҡыусы профориентация үтергә тейеш. Сара киләсәктә эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итеүҙә лә ҙур роль уйнаясаҡ тип көтөлә. Ихтыяж менән файҙаланыусы профессияларға килгәндә, әле алдынғылар рәтендә эшсе һөнәрҙәр килә тип билдәләй мәшғүллек үҙәге белгестәре.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика