Бөгөн сығарылыш синыфы уҡыусылары яңынан инша яҙҙы

Бөгөн сығарылыш синыфы уҡыусылары яңынан инша  яҙҙы 04.02.2015

Был яҙма эштең  икенсе этабы, тәүгеһе 3 декабрҙә булғайны.  Йәғни, тәүгеһендә насар баһа алған,  йә  төрлө сәбәптәр арҡаһында инша яҙырға килә алмаған уҡыусылар һынау тотто. Улар араһында уҙған йылдарҙағы сығарылыш  уҡыусылары ла бар.  Әйткәндәй, инша Берҙәм дәүләт имтихандарына эләгеү  хоҡуғы бирә.

Республикала сара 237  дөйөм белем биреү учреждениеһында үтте. Унда ҡатнашырға 517 уҡыусы теләк белдергән. Яҙма эштең һөҙөмтәһе буйынса уҡыусы зачет ала. Кире осраҡта өсөнсө тапҡыр һынау мөмкинлеге бар. Ул 6 майға билдәләнгән.
Уҡыусылар классҡа үҙе менән паспорт менән ручка ғына алып инә ала. Инша темалары  имтиханға ун биш минут ҡалғас  әйтелә. Ә уның тематик йүнәлештәре былтыр ноябрҙә үк билдәле ине. Улар бишәү- Лермонтовтың тыуыуына 200 йыл, һуғыш,  быуындар бәйләнеше, кешелек һәм экология.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика