Бөгөн сығарылыш синыфы уҡыусылары математиканан профилле имтихан тапшырҙы

Бөгөн сығарылыш синыфы уҡыусылары математиканан профилле имтихан тапшырҙы 04.06.2015

Быйыл был фән буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы ике этапта үтте. Аттестат алыр өсөн база кимәлендәге һынауҙы тапшырыу ҙа етә, тик юғары уҡыу йортона инергә теләүселәр, буласаҡ инженер, программистар профилле имтихан бирергә бурыслы.

Республиканың 101 мәктәбендә ун туғыҙ меңгә яҡын кешенең белем кимәле тикшерелде. Өфөнөң 21-се лицейында үткән имтиханға ла уҡыусылар иртән иртүк йыйылғайны. Уларға үҙҙәре менән мобиль телефондар индереү ҡәтғи тыйылды, барыһы ла металл эҙләү ҡоролмаһы менән тикшерелде. Талаптар ярайһы уҡ ҡаты, аудиторияларҙа ла етди күҙәтеү ойошторолған.
Уҡыусылар йыл дауамында репетиторҙарға йөрөп, үҙаллы, интернет ярҙамында белемен камиллаштырған. Математиканан имтихан 3 сәғәт тә 55 минут дауам итте, унда 21 эш ҡаралған. Аттестат алыр өсөн 27-нән  юғарыраҡ балл йыйырға кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика