Бөгөн сығарылыш синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандарына инеү рөхсәте ала

Бөгөн сығарылыш синыф уҡыусылары  Берҙәм дәүләт имтихандарына инеү рөхсәте ала 03.12.2014

Тотош илдә 6 йөҙ меңдән ашыу бала инша яҙҙы. Һынау бар мәктәптәрҙә лә урындағы ваҡыт менән иртәнге унда башланды. Имтихан 3 сәғәт 55 минут барҙы. Ошо ваҡытта уҡыусылар  кәм тигәндә 250 һүҙҙән торған инша яҙырға бурыслы ине.

Нисек кенә үҙен тыныс тоторға тырышмаһындар, уҡыусыларҙың тулҡынланыуы күренеп тора. Сәбәп имтиханға әҙерлек кимәлендә түгел. Инша яҙыу улар өсөн яңы һынау. Һәр эштә лә башлап ебәреүсе психологик көсөргәнеш кисергән кеүек үк, яңы имтихан тулҡынландыра, ти балалар.
Ольга Ощепкова, сығарылыш синыфы уҡыусыһы: «Беҙгә был яңылыҡ ике ай элек кенә билдәле булды. Яҡынса темаларҙы белеп әҙерәк белем туплап өлгөрҙөк тә ул, әммә беренсе булып башлағас ниндәйҙер көсөргәнешлек бар. Беҙҙән һуң сығарылған уҡыусыларға еңелерәк буласаҡ. Улар йыл буйына әҙерләнә ала».
Шулай ҙа уҡыусылар етди ниәт менән килгән. Сөнки инша һөҙөмтәләре буйынса уларға Берҙәм дәүләт имтихандарына инеү рөхсәте бирелә. Шуға күрә талаптар ҙа ярайһы уҡ ҡаты. Һынау үтеүселәр үҙҙәре менән ручка һәм ҡағыҙ, шоколад, һыу ғына индерә ала. Бүлмәлә һәр уҡыусыға орфография һүҙлеге таратыла. Ижади эштең темалары ла имтиханға 15 минут ҡына ҡалғас иғлан ителә.
Елена Жирикова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: «Темалар ҡатмарлы түгел. Уларҙың биш йүнәлеш буйынса буласағы алдан билдәле ине һәм әҙерләнергә етерлек ваҡыт бирелде. Уҡыусы биш теманың берәүһен һайлап яҙа ала. Икенсенән, был һынауҙар Берҙәм дәүләт имтиханына психологик йәһәттән әҙерлек тә булып тора».
Уҡыусылар 3 сәғәт тә 55 минут эсендә кәм тигәндә 250 һүҙҙән торған инша яҙырға тейеш. Мөмкинлектәр сикләнгән балалар өсөн сәғәт ярым ваҡыт өҫтәлә. Мәғариф белгестәре әйтеүенсә, инша яҙыу имтиханға инмәй. Ул хатта билдә менән баһаланмай ҙа. Зачет, йә иһә юҡ. Беренсе һынауҙы үтә алмағандар 4 февралдә ҡабаттан яҙа ала. Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика