Бөгөн республика мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре үтә 23.06.2014

Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса быйыл Башҡортостанда 11-се һәм 9-сы синыфты 63 меңдән ашыу уҡыусы тамамлай. Байрам уңайынан мәҙәниәт йорттарында тантаналы йыйылыш һәм өлгөргәнлек аттестаты тапшырыу тантаналары уҙҙы. Нуриман районының Красная Горка ауылында 11-се синыфты өс пар игеҙәк тамамланы.

Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса быйыл Башҡортостанда 11-се һәм 9-сы синыфты 63 меңдән ашыу уҡыусы тамамлай. Байрам уңайынан мәҙәниәт йорттарында тантаналы йыйылыш һәм өлгөргәнлек аттестаты тапшырыу тантаналары уҙҙы. Нуриман районының Красная Горка ауылында 11-се синыфты өс пар игеҙәк тамамланы.

Лилиә менән Әлиә сығарылыш кисәһенә ентекле әҙерләнә. Улар быйыл Красная Горка ауылы мәктәбенең 11-се синыфын тамамлаған. Игеҙәк булыуҙарына ҡарамаҫтан ҡыҙҙар бер-береһенә оҡшамаған, холоҡ-фиғелебеҙ ҙә төрлө, ти улар.
Бәләкәй саҡтарында ҡыҙҙарға әсәләре күлдәкте бер иштән һайлаһа, бөгөн Әлиә менән Лилиә бер төрлө кейенергә тырышмай. Шуға күрә аттестат тапшырыу тантанаһына ла төрлө төҫтә кейенергә ҡарар иткәндәр.
Красная Горка ауылы мәктәбендә быйыл үҙенсәлекле сығарылыш. 11-се синыфты өс пар игеҙәк тамамлай. Сабироваларҙы йөҙгә ҡарап тиҙ айырырға мөмкин булһа, Лилиә менән Наилә Насировалар ике тамсы һыу кеүек оҡшаш. Һылыуҙар уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә ал бирмәй. Яҡындары һәм дуҫтары ҡыҙҙарҙы бер ҡасан да бутамай, ә уҡытыусылар йөҙҙәге миңдәргә ҡарап айыра, тип шаярта ҡыҙҙар.
Быйыл Красная Горка ауылы мәктәбен 57 уҡыусы тамамлаған. Ҡыҙҙар һәм егеттәр Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән. Ә бер синыфта өс игеҙәк булыуы быйылғы сығарылыш тантанаһының биҙәге генә.
Быйыл Башҡортостанда 11-се синыфты тамамлаған 23 меңдән ашыу уҡыусы өлгәргәнлек аттестаты алды. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәре һайлаған уҡыу йорттарына уҡырға инәсәк. Мәктәп һынауҙары артта ҡалды, алда уларҙы оло тормош юлы көтә.
Лилиә Тунасова


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика