Бөгөн - халыҡ-ара уҡытыусылар көнө 05.10.2015

Байрам уңайынан педагогтарҙы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләне. Унда былай тиелә: Уҡытыусы-уникаль һөнәр, ул ижади эҙләнеүҙәр, яҡшы мөғәләмә, мәрхәмәт талап итә, һәм был юлды һайлаусылар ғәҙәттә, хаҡлы ялғаса һөнәренә тоғро булып ҡала. Мәғариф системаһында киләсәк быуынды тәрбиәләү, уға белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған тәжрибәле белгестәр һәм йәш, талантлы педагогтар эшләй. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә ал-ял белмәүсе энтузиастар һәм ысын профессионалдар.

Республика Хөкүмәте үҙ сиратында һеҙҙең өсөн яҡшы эш шарттары булдырыу, йәмғиәттә уҡытыусыларҙың абруйын күтәреү өҫтөндә эшләй. Сөнки тап белем биреү сифаты республикабыҙ һәм илебеҙҙең киләсәген билдәләй, тиелә Башҡортостан Башлығы ҡотлауында.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика