Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 126 йыл 10.12.2016

Барлыҡ донъяға тарихсы, шәрҡиәтсе булараҡ танылған шәхестең яҙмышы үҙе йәшәгән дәүер кеүек ҡатмарлы һәм сағыу. Иҫтәлекеле дата айҡанлы Өфөлә һәм башҡа төбәктәрҙә ғилми-ғәмәли коференциялар үтте.

Баш ҡалалағы саралар Зәки Вәлиди исемендәге Республика Милли китапханала ҡуйылған таҡтаташҡа сәскә һалыуҙан башланды. Ҡатнашыусылар арҙаҡлы шәхес тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Артабан һөйләшеү конференция сиктәрендә дауам итте. Докладтар Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең сәйәсмән һәм ғалим булараҡ эшмәкәрлегенә, башҡорт автономияһы башланғыстары һәм яҡташыбыҙҙың әҙәбиәттәге образына арналды. Сығыш яһаусылар тарихи факттарҙы үҙгәртеүгә, дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәргә юл ҡуйырға ярамай тип белдерҙе.
Зәки Вәлидиҙең тыуған көнөнә арналған саралар Ишембай һәм Сибай ҡалаларында, шулай уҡ Санкт-Петербург, Яр Саллыла ла үтә. Конференцияларҙа фән әһелдәре, уҡытыусылар, педагогтар ҡатнаша. Бөгөнгө ултырыш Башҡортостан Республикаһының 100-йыллығын билдәләү уңайынан ойошторолған саралар циклының тәүгеһе. Улар 2019 йылға тиклем дауам итер тип көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика