Бөгөн инде уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтихандар теҙмәһенән тәүге һынауын тота

Бөгөн  инде уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтихандар теҙмәһенән  тәүге һынауын тота 25.05.2015

Ул һайланма предметтар буйынса - география менән рус әҙәбиәтенән.  

Быйыл республикала 22 мең ярымдан ашыу кеше Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. Был иҫәптә алдағы йылда һынау үтә алмаусылар ҙа бар. Имтихан ошо минуттарҙа тамамланыу алдында. Ғәзиз Әмөхәмәтов исемендәге респулика гимназия-интернатында  ҡалалағы биш  белем усағы уҡыусылары имтихан бирә.  Уҡыусыларға имтихан ваҡытында мобиль телефондар һәм башҡа замана гаджеттарын  ҡулланыу тыйыла. Былтырҙан бирле балалар  металл эҙләү ҡоролмаһы менән тикшереп индерелә.  Имтиханға  паспорт, ручка, һыу йәки һут, шоколад  алып инергә рөхсәт ителә. Географиянан һынау өс сәғәт, ә рус әҙәбиәтенән өс сәғәт тә 55 минут дауам итә. Имтихан биреү пунктында  медицина хеҙмәткәре лә эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика