Бөгөн  Өфө мәктәп, гимназия уҡыусылары Башҡортостандың мәғариф министры менән матбуғат кәңәшмәһендә ҡатнашты 19.05.2017

Уҡыусылар министрға күберәк Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса һорау бирҙе. Был йәһәттән  быйыл етди үҙгәрештәр көтөлмәй, ә бына  киләсәктә сит телдәр буйынса һынауҙы мотлаҡ бирергә тура киләсәк, ул база һәм профиль өлөшкә бүленә.

Балалар уҡытыусы һөнәре, ғөмүмән, профессия һайлау буйынса һорауҙар бирҙе. Уҡыусыларға 6-7 синыфтан уҡ  кәрәкле йүнәлештә төплө белем биреүҙе ойоштороу кәрәк, тине Гөлназ Радмил ҡыҙы. Шулай уҡ төп маҡсаттарҙың  береһе - ҡала һәм ауыл ерендә белем биреүҙе бер кимәлдә алып барыу.  Репетитор яллауға министр кире ҡарашын белдерҙе, бөтә тейешле белем уҡытыу программаһына һалынған, һәм уҡыусы уны мәктәптә үҙләштерергә бурыслы, тине Гөлназ Шафиҡова.      
Республиканың мәғариф министры менән баш ҡала мәктәптәренән һәм гимназияларынан  20 уҡыусы һәм йәш хәбәрсе  аралашты. «Һуңғы сирек» тип аталған кәңәшмә быйыл беренсе тапҡыр уҙғарылды. Ведомствоға уҡыусыларҙан һәм ата-әсәләрҙән 236 һорау килгән. Министр уларҙың күбеһенә йәнле һөйләшеүҙә яуап бирҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика