Бөгөн Өфөлә «Смарт-төбәк 2017. Һанлы иҡтисад. Электрон белем биреү мөмкинлектәре» тип исемләнгән тәүге республика IT-форумы үтте

Бөгөн Өфөлә «Смарт-төбәк 2017. Һанлы иҡтисад. Электрон белем биреү мөмкинлектәре» тип исемләнгән тәүге республика IT-форумы үтте 23.11.2017

Тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы 600-ән ашыу кешене берләштерҙе.  Эшҡыуарҙар, айти-проекттарын тәҡдим итеүселәр һәм дәүләт органдары вәкилдәре башта пленар ултырышҡа йыйылып, мәғлүмәт-коммуникация технологиялары өлкәһендәге мөһим һорауҙарҙы күтәреп сыҡты. Айырым секцияларҙа смарт-йәмғиәт, йәғни аҡыллы йәмғиәт, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләре ҡаралды.

Шулай уҡ форум сиктәрендә электрон белем биреү системаһын үҫтереүгә арналған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо.
Форум сиктәрендә республиканың һәм донъяның алдынғы ай-ти компаниялары яңы ҡоролмалары, программа системалары  менән таныштырҙы. Телефондағы «Аҡыллы» ҡушымталар, һөт составын билдәләүгә йүнәлтелгән махсус приборҙар күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән яңы асыштар дәүләт яғынан да хуплау тапҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика