Бөгөн Өфөлә рус теле буйынса сираттағы тоталь диктант үтте

Бөгөн Өфөлә рус теле буйынса сираттағы тоталь диктант үтте 18.04.2015

Ул бер юлы 8 майҙанда уҙғарылды. Ойоштороусылар быйылғы сарала 1 500 ашыу кеше ҡатнашыуын көтә. Диктанттың киң танылыу яулауы илдең бөтә төбәктәрендә лә күҙәтелә. Шуныһы ҡыуаныслы,  акция донъяның башҡа тарафтарында ла үтә.

Диктантта ҡатнашыу буйынса ғәҙәттәгесә, сикләүҙәр юҡ. Парта артында олоһо ла, кесеһе лә. Һәр кем рус телен белеү кимәлен тикшерергә теләй. Башҡорт дәүләт университетында үткән сарала башҡорт теле буйынса диктантты ойоштороусы төркөм вәкилдәре лә бар ине. Улар киләсәктә башҡорт теле диктантының да киң танылыуын теләй.
Өфөләге тоталь диктант 8 майҙанда үтте, һәр урында тиерлек сара өсөн ике аудитория бүленгән. Текст уҡыусылар һаны ла 13-кә еткән. Улар - педагогтар, журналистар, алып барыусылар. Исемлек алдан билдәле булғас ҡатнашыусылар диктант яҙҙырыусыларҙы теләк буйынса һайлай алды. Ғөмүмән, һәр кем  акцияға ҙур теләктәшлек менән ҡушылды
Ә был үҫмерҙәрҙең диктантта ҡатнашыуы айырым баһаға лайыҡ. Өфөнөң һуҡыр һәм насар күреүсе мәктәп-интернаты уҡыусылары акцияла тәүгә ҡатнаша. Араларында Брайль шрифты, йәғни нөктәләр ярҙамында яҙыусылар бар. Быйылғы текст ҡатмарлы ғына, шуға уны уҡыуы ла еңелдән булмаған.
Галина Евдищенко, Республика  һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы баш библиографы: «Евгений Водолазкин тексында байтаҡ ҡатмарлы һүҙҙәр ҡулланған. Һөйләмдәре лә оҙон ғына. Брайль шрифты менән яҙыусыларға ваҡыт та күберәк кәрәк. Быларҙы иҫәпкә алып, мөмкин тиклем яйыраҡ уҡырға тырыштым. Минеңсә, акциянан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел».
Диктант һөҙөмтәләре 22 апрелдән һуң билдәле буласаҡ. Уларҙы акцияның рәсми сайтында, totaldict.ru адресы буйынса табырға була. Бының өсөн махсус графала исемде һәм сер һүҙен яҙырға кәрәк. Әйтергә кәрәк, насар билдәләрҙе үҙеңдән башҡа бер кем дә белмәйәсәк.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика