Бөгөн Өфөлә республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе асылды

Бөгөн Өфөлә республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе асылды 08.08.2016

Биш көн дауам иткән форумда  мәғариф сәйәсәте стратегияһы, белем биреү сифатын үҫтереү мәсьәләләре ҡарала. Кәңәшмә бер юлы бер нисә майҙанда бара. Уҡытыусылар дискуссияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша.

Пластилиндан кәмә әүәләү онотолған шөғөл. Өфөнөң 45-се  мәктәбендә оҫталыҡ дәресендә  ҡатнашыусыларға   үҙен  башланғыс синыф уҡыусыһы итеп тойорға кәрәк ине. Парта артында улар бергәләп физика дәресендә ҡулланылған  күнегеүҙәр эшләне. Физика-  тормошто өйрәнә, тап түбән   кластарҙа уға ҡыҙыҡһыныу уятыу киләсәктә республикабыҙ өсөн инженерҙар,архитекторҙар, төҙөүселәр һәм башҡа һөнәр эйәләре тәрбиәләүгә нигеҙ һала.  
Һөнәр һайлауға килгәндә, Өфөнөң 45-се мәктәбендә юғары класҡа барып еткән  уҡыусылар алдында кем булырға тигән һорау тормай. Белем усағы был йәһәттән маҡсатлы программа буйынса эшләй.
Август кәңәшмәһенең тап 45-селә үтеүе осраҡлы түгел. Уҡытыусылар коллективының уртаҡлашаһы тәжрибәһе бар, мәғариф учреждениеһы «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе»  исемлегенә ингән. Ҡағыҙ  көндәлектәр, журналдарҙы  замана технологиялары менән алыштырыу -көн талабы. Быйыл ошо ниәттә    мәғлүмәт таҡталары һатып алынған.  
Бөгөн  уҡытыусылар  шулай уҡ   Өфөнөң 159-сы дөйөм белем биреү мәктәбендә, Максим  Горький исемендәге 3-сө гимназияла, 39 -сы гимназияла «Дөйөм белем биреү» темаһы буйынса фекер алышты. Һәр майҙанда  дискуссиялар һәм оҫталыҡ -дәрестәре үтте.  Атап әйткәндә улар-  электрон белем биреү, математика,  рус теле,тарих предметтарын уҡытыуҙа инновацион алымдар ҡулланыу.  
Быйыл республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе күләмле форматта үтеүе менән айырылып тора. Сара төп маҡсатынан тайпылмай- форумда  уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһала, алдағыһына бурыстар билдәләнә.
Иртәгә  уҡытыусылар һәм белгестәр инклюзив белем биреү һәм тәрбиә эше алып барыу, 10-ында өҫтәмә һәм мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләләре буйынса фекер алышасаҡ. 11 августа район һәм ҡалалар мәғариф идаралыҡтары етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмә ойошторола һәм 12 августа Конгресс-холл бинаһында йомғаҡлау пленар ултырышы уҙғарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика