Бөгөн Өфөлә «Киләсәк мәғарифы» форумы асылды 23.03.2016

Өс көн дауам итәсәк сарала юғары синыф уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре республиканың уҡыу йорттары менән таныша ала. Әле Башҡортостанда туғыҙ дәүләт юғары, 104 урта махсус уҡыу йорто эшләй. Былтыр төбәк вуздары Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы мониторингын уңышлы үтте. Уның йомғаҡтары буйынса бөтә мәғариф учреждениелары, уларҙың филиалдары һөҙөмтәле тип табылды.  

Өсөнсө синыф уҡыусыһы Ирхан Үтәбаев форумға үҙе эшләгән яңы быуын техникаһын алып килгән. Был роботты йыйырға уны республика урмансыларының һаман да элекке алымдарҙы ҡулланыуы мәжбүр иткән. Йәғни, ағас ҡырҡыусылар бөгөн дә, башлыса ҡул көсө менән эшләй. Шуға ла был техника ярҙамында киләсәктә тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте күпкә еңеләйергә тейеш, ти алдынғы ҡарашлы үҫмер.  
«Киләсәк мәғарифы» форумын асыу тантанаһында Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Ул белем биреү ойошмаларының күргәҙмәһе һәм  «Асыҡ мәктәп» проекты менән яҡындан танышты. Һуңғыһы мәктәп программаһын бөтә фәндәр буйынса өҙлөкһөҙ уҡыу һәм өҫтәмә онлайн-контент менән тәьмин итә. Порталда дәрестәрҙе Өфөнөң һәм республиканың алдынғы уҡытыусылары алып бара.
Республика етәксеһе шулай уҡ алдынғы педагогик тәжрибәләрҙе таратыуға йүнәлтелгән «Башҡортостандың мәғлүмәт-мәғариф порталы» һәм «Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусылары һәм мәктәптәре» проекттары менән танышты. «Йәш профессионалдар» бәйгеһенең төбәк этабында еңеүселәргә дипломдар тапшырҙы.
Форумда сығарылыш уҡыусылары, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар уҡырға ингәндә көтөлгән яңылыҡтар, олимпиада һөҙөмтәләре һәм ГТО нормативтарын тапшырыу тураһындағы сертификаттарҙың имтихан балдарына нисек йоғонто яһауы менән таныша ала. Бынан тыш, һәләтле балаларҙы асыҡлау, һөнәри йүнәлештәге эште ойоштороуҙа инновациялы алымдар ҡулланыу, республиканың электрон белем биреү системаһын үҫтереү буйынса тематик майҙансыҡтар эшләй.
Республика белем биреү системаһының конкурентлыҡ һәләтен арттырыуға йүнәлтелгән форум тағы ла ике көн дауам итә. Сарала ҡатнашыусыларҙы фәһемле осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре,  юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары етәкселәренең сығыштары көтә.
Стендап. 2030 йылға өлкән йәштәге кешеләрҙең 70 проценты юғары белемле булыр тип көтөлә. Был үҙ сиратында эшсе һөнәрҙәргә ихтыяждың тағы ла артыуына килтереүе ихтимал. Шуға ҡарамаҫтан, Өфөлә үткән бөгөнгө  форум, республикала мәғәрифтың киләсәге өмөтлө булыуын күрһәтә. Сарала йәштәрҙең күпләп ҡатнашыуы ла быға асыҡ миҫал булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика