Бөгөн Өфөлә Хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабына йомғаҡ яһалды

Бөгөн Өфөлә Хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабына йомғаҡ яһалды 17.01.2017

Сираттағы сара республика район-ҡалаларынан килгән 200-гә яҡын уҡыусыны бергә йыйҙы. Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында үткән олимпиада ҡатнашыусылары алған билдәләре менән ризалашты. Ҡатнашыусыларҙың тик икәүһе генә эшен апелляцияға биргән.

Олеся Ғимаҙисламова, хоҡуҡ буйынса бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк жюри ағзаһы: «Балаларға эштәрендә ебәрелгән хаталары менән танышыу мөмкинлеге лә биреклде. Улар уҡытыусыларҙан урында уҡ кәңәш алып, килеп тыуған һорауҙарына яуап ала алды. Тестан тыш, мәсьәлә өсөн баһа алған уҡыусылар үҙ хоҡуҡтарын яҡлай белеүе, яңыса үҙенсәлекле ҡараштары ҡыуандырҙы. Рәсәй кимәлендә Башҡортостан намыҫын яҡлай алырлыҡ уҡыусыларыбыҙ бар икәнлегенә тағы бер инандыҡ».
Күптән түгел хоҡуҡ фәненән тыш, Башҡорт дәүләт университетында француз теленән дә төбәк олимпиадаһы үтте. Алдағы аҙнала мәктәп уҡыусылары экономика, инглиз теле, матемика һәм биология кеүек фәндәрҙән һынау тотасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика