Бөгөн Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының «Йыл уҡытыусыһы-2015» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды

Бөгөн Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының «Йыл уҡытыусыһы-2015» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды 27.03.2015

Бәйгелә  ҡатнашыусылар араһында оҙайлы йылдар эшләгәндәре лә, уҡыу йортон күптән түгел тамамлаған йәштәр ҙә бар. Иң ҙур хеҙмәт стажы - 35,  иң әҙе - 4 йыл. Өлкәндәр тәжрибәһе менән алдырһа, йәштәр заман технологияларын  ҡулланыуға баҫым яһай.  Уҡытыусылар  педагогик концепцияңды яҡлау, оҫталыҡ дәрестәре, тасуири уҡыу кеүек береһенән-береһе ҡатмарлыраҡ һынауҙарҙа үҙ көсөн һынаны.

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә Башҡортостан уҡытыусыларынан тыш,  күрше өлкә вәкилдәре лә ҡатнашты.  Конкурс  быйыл 20-се тапҡыр үтте. Ошо йылдар эсендә  унда меңгә яҡын уҡытыусы һынау тотҡан. Уларҙың 95-е лауреат булған. Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  исеменә быйыл 56 кеше дәғүә итте. Улар  төрлө номинациялар буйынса баһаланды , ә «Йыл уҡытыусыһы» исеменә  Өфөлә эшләп йөрөүсе Фәнис Шәрәфетдинов лайыҡ булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика