Бөгөн Өфөлә 2-се Халыҡ-ара «Йосопов уҡыуҙары» конференцияһы үтте 13.11.2014

Ғилми форум яҡташыбыҙ, күренекле антрополог һәм этнограф Ринат Йосоповтың иҫтәлегенә арнап уҙғарыла.  Ринат Йосопов Башҡортостанда боронғо һәм  хәҙерге Көньяҡ Урал халҡының антропологияһы мәктәбенә нигеҙ һалыусы  булараҡ билдәле.

Башҡорт антропологияһын донъя кимәленә күтәреүҙә Ринат Йосоповтың тырышлығы баһалап бөткөһеҙ. Ул Рәсәй башҡорттары буйынса  илдә иң ҙур  краниологик коллекция төҙөгән. Ошо маҡсатта  яҡташыбыҙ 14, шул иҫәптән ике халыҡ-ара экспедиция ойоштора.  Ғалимдың ғилми ҡаҙаныштарына байҡау яһау өсөн тарихсылар, фольклорсылар, телселәр, этнографтар, фәндең төрлө өлкәләрендә эшләүсе ғалимдар йыйылды.      
Ғалимдар һәм йәш белгестәр этногенез, башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың этник тарихы, Евразия халыҡтары антропологияһы, этнография хаҡында фекер алышты. Фәнни сарала ҡатнашыусы  Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Ҡаҙағстан, Венгрия, Төркиә, Австрия, Бөйөк Британия белгестәре яҡташыбыҙҙың хеҙмәттәрен юғары баһаланы.
Ринат Йосопов Башҡортостан өсөн генә түгел, дөйөм Рәсәй фәненә  бай мираҫ ҡалдырған. Ул меңдән ашыу ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙың баш һөйәген тикшергән, башҡорт ерҙәрендәге расогенез һөҙөмтәләрен системаға һалған. Уның хеҙмәттәре «Рәсәй фәненең алтын фонды»н тәшкил итә.
Ринат Йосоповтың бай мираҫы халҡыбыҙға тағы ла оҙаҡ йылдар тарихи мәғлүмәт һәм рухи хазина булып хеҙмәт итер. Уның ғилми ҡаҙаныштары бар халыҡтар өсөн дә яҡты маяҡ булып тора.
Зилиә Әбелғатина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика