Бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетының хәрби кафедраһын тамамлаусыларға дәрәжәләр бирелде

Бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетының хәрби кафедраһын тамамлаусыларға дәрәжәләр бирелде 07.07.2017

Йөҙҙән ашыу студенттың бишәүһе юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланы. Башҡортостанда хәрби кафедра Өфө дәүләт авиация техник университетында ғына бар. Бында запастағы һалдаттар, сержант һәм офицерҙар әҙерләнә.

Беҙҙең университет быйыл бик ҙур уңышҡа иреште. Сөнки офицерҙар, сержанттар һәм рядовойҙар сығарабыҙ. Әйтергә кәрәк, уҡыу ваҡытында улар бик тырыштылар. Хәрби йыйында булдылар.
Хәрби әҙерлекте егеттәр генә түгел. ҡыҙҙар ҙа үтә. Быйыл 12 ҡыҙ хәрби дәрәжәгә эйә булды. Уҡытыусылар әйтеүенсә, улар  уңышҡа тиҙ өлгәшә, конкурстарҙа призлы урындар яулай.
Мине атайым бәләкәй саҡтан хәрби һөнәр эйәһе буласаҡһың тип тәрбиәләне. Был минең бала саҡтан килгән хыялым. Киләсәктә ошо юлды дауам итмәксемен.
Уҡыуҙы тамамлаған егеттәр, ҡыҙҙар артабан кем буласағын үҙҙәре хәл итә. Улар теләк буйынса әрме хеҙмәтен дауам итә йә башҡа юлды һайлай ала. Әммә шуныһы билдәле, йәш хәрбиҙәр бөгөндән үк  илебеҙҙе һаҡларға әҙер.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика