Бөгөн Башҡортостандың Милли музейында Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса тест ойошторолдо 22.04.2017

Халыҡ-ара акцияла үҙ белемен Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та һынап ҡараны.

Тест үтеүселәргә  ярты сәғәт эсендә һуғыш ваҡиғалары, геройҙар батырлығы, тыл тормошо хаҡындағы темаларҙан йыйылғ ан 30 һорау бирелде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, акцияның музейҙа үткәрелеүе юҡҡа түгел. Белемдәрен һынап ҡараусыларға бер үк ваҡытта экспонаттар менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирелде. Быйыл тест һорауҙарына яуап биреүҙә республикала эшләп килгән Юнармия, йәш быуын вәкилдәре әүҙемлек күрһәтте. Әйткәндәй, тарих буйынса белемдәрен бер үк ваҡытта  сит илдә йәшәүселәр ҙә һынап ҡараны. Улар өсөн һорауҙар: инглиз, француз, немец, ҡытай һәм япон телдәренә тәржемә ителгән. Әйтергә кәрәк, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белемдәрен теләгән һәр кем онлайн режимда тикшереп ҡарай алды.
Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе: «Тарих ул, тәү сиратта, факт. Факттар юҡ, тимәк тарих та юҡ тигән һүҙ. Үҫеп килеүсе йәш быуын үткәнебеҙҙе белергә тейеш. Хәҙер донъяла ҡатмарлы хәл. Һуғыштан һуңғы мираҫ өсөн көрәш бара, Советтар Созының абруйын, уның баһаһын төшөрөргә маташалар. Бына шуның өсөн дә тарих буйынса тест һорауҙарында факттар ҡулланыла, йәштәр уҡып, белһен өсөн».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика