Бөгөн башҡорт йәмәғәтселеге күренекле яҙыусы, тәржемәсе, тәнҡитсе Әхиәр Хәкимовты иҫкә алды

Бөгөн башҡорт йәмәғәтселеге күренекле яҙыусы, тәржемәсе, тәнҡитсе Әхиәр Хәкимовты иҫкә алды 22.08.2014

Әҙиптең тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы шәхестең яҡындары, ҡәләмдәш дуҫтары баш ҡаланың Мосолмандар зыяратына йыйылды. Уның рухына доға ҡылды.

Әхиәр Хәкимов үҙенең ижади эшмәкәрлеген тәржемәсе һәм әҙәби тәнҡитсе булып башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына бағышланған «Осар ҡошта», «Күпер», «Бәйге» кеүек повестары халыҡ һөйөүен яулай. Әҙип роман жанрында ла юғары уңыштарға өлгәште. 2001 йылда Әхиәр Хәкимовҡа Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелде.

Әхиәр Хәкимов 1929 йылда Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылында донъяға килә. Фронтҡа тиҙерәк алһындар өсөн ул 14 йәшендә ауыл Советынан бирелгән белешмәлә йәшен 16 тип төҙәтеп күрһәтеп, Мәскәгә юллана. Һөҙөмтәлә фронтҡа эләгә, радист һөнәрен үҙләштерә. Днепр йылғаһы буйындағы яуҙа ҡатнаша. Һуғыштан һуң Мәскәү дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.1967 йылда уның тәүге әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре йыйынтығы донъя күрә. Яҙыусы-публицист 2003 йылда вафат була. Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында уның исемен йөрөткән музей эшләй.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку