Бөгөн Һамар өлкәһендә «Иволга 2015» йәштәр форумы тамамланды

Бөгөн Һамар өлкәһендә «Иволга 2015» йәштәр форумы тамамланды 27.06.2015

Ғәҙәттәгесә, проекттан Башҡортостан йәштәре лә ситтә ҡалмай. Республика делегацияһы составында быйыл  йөҙҙән ашыу егет һәм ҡыҙ ҡатнашты. Араларында грант һәм дипломдар яулаусылар ҙа байтаҡ.

«Иволга» йәштәр форумы икәне тәү ҡараштан уҡ күренә. Һәр тарафтан шат тауыштар ишетелә. Тик егет-ҡыҙҙар бер ҙә уйнар өсөн килмәгән. Уларҙың  теләге - донъяны яҡшыға үҙгәртеү. Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусы Гөлназ Кинйәбаева, мәҫәлән, кешегә эре малдан күсә торған дерматологик сирҙе асыҡлауҙы яңы кимәлгә сығарырға тәҡдим итә. Уның ғилми етәксеһе менән берлектә уйлап тапҡан системаһы диагноз ҡуйыу ваҡытын бер айҙан бер нисә сәғәткә ҡыҫҡарта. Өҫтәүенә, был анализдар әле ҡулланылғандан күпкә арзаныраҡ.
Һәм бындай хайран ҡалдырырлыҡ идеялар форумда мең ярымдан ашыу булды. Башҡортостан йәштәре  башҡа ҡатнашыусылар араһында бер ҙә юғалып ҡалманы.  Айҙар Хәйруллин тәбиғәт шарттарында кеҫә телефоны һәм башҡа гаджеттарҙы зарядлау ҡоролмаһы тәҡдим итте. Ул утта эшләп йылыны электр энергияһына әйләндерә. Инновация 400-мең һумлыҡ грант яуланы. Тағы бер ҡатнашыусы, Руслан Аслаев ҡыҫҡа ваҡыт эсендә электр сымдарының өҙөлгән урынын табыу системаһын уйлап тапҡан.
Ойоштороусолар йылдан-йыл «Иволга»ның эстәлеген байытырға, ҡатнашыусылар һанын арттырырға тырыша. Быйыл форумдың фонды 8 миллион һумдан 30 миллионға еткән. Тәү тапҡыр унда мөмкинлектәре сикле йәштәр ҙә ҡатнашты.  «Инклюзив ҡаласыҡ»та инвалидтар өсөн бөтә шарттар булдырылған. Улар эксперт комиссияһына үҙ проекттарын тәҡдим итте.  
10 көн дауам иткән форумда бөтәһе ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Проекттар тематика буйынса туғыҙ сменаға бүленде. Мәҙәниәт, эшҡыуарлыҡ, патриотик тәрбиә, спорт, сәйәсәт - һәр кем йәне теләгән йүнәлеште һайлай алды. Сменалар менән тығыҙ бәйләнештә белгестәр эшләне. Һөҙөмтәләр юғары баһаға лайыҡ булды.
Беҙҙең делегация  яуланған гранттар буйынса лидерҙар рәтендә. Был башланғысты артабан да үҫтереү кәрәклеге тураһында йәштәр менән осрашыуҙа Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев та белдерҙе. Республика етәкселеге төплө проекттарҙы  тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә әҙер.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика