Ҡайһы быуын мәктәбе тәрбиәне яҡшыраҡ биргән һуң?

Ҡайһы быуын мәктәбе тәрбиәне яҡшыраҡ биргән һуң? 06.11.2016

Ҡолаҡты бороу заманымы, әллә бар кешенең дә хоҡуҡтары яҡланған хәҙерге осормо? Был аҙнала ошо һорау тағы ҡалҡып сыҡты. Салауат ҡалаһындағы кадет мәктәбендә теркәлгән хәлдән һуң. Унда уҡытыусы балаға ҡул күтәреүҙә ғәйепләнә.  

Артур  өсөн көҙгө каникулға тиклемге ғәҙәти уҡыу көнө медицина учреждениелары буйлап йөрөү менән тамамланған. Баланы травматолог, невролог ҡараған, һөҙөмтәлә уны  уҡыу аҙағына тиклем физкультура дәресенән бушатҡандар.
Ата-әсәһе полиция юлын тапай. Улар иҫбатлауынса, уҡытыусынан «туҡмалған»дан һуң 8 йәшлек малайға табиптар баш мейе йәрәхәте диагнозы ҡуйған.  
Артур Солтанморатов икенсе синыфта Салауат ҡалаһының 2-се кадет мәктәбендә уҡый.  Малайҙың яҡындары белем усағында уның һәр ваҡыт ҡыйырһытылыуына зарлана.  
Артурҙың атаһы менән уҡытыусы араһында һөйләшеү хәҙер ошондайыраҡ кимәлдә. Ә бөтәһе лә ике бала шаярыуынан башланған. Әлфиә Хәмзә ҡыҙы  иҫбатлауынса, бындай хәл беренсегә. Хәйер, Артурҙың  ата-әсәһе  былтыр ҙа синыф етәксеһе өҫтөнән ялыу менән йөрөгән. Ниндәйҙер юҡ ҡына сәбәп өсөн остазды прокуратураға ла саҡыртҡандар.  
Артур Солтанморатов беренсе синыфта командир итеп тәғәйенләнгән булған. Ләкин был вазифаһынан тиҙ бушатылған һәм хатта, бер айға  кадет формаһын кейергә рөхсәт ителмәгән.  
Владимир Бармин, 2-се кадет мәктәбе тәрбиәсеһе: «Строй дисциплинаһын боҙған, башҡа балаларға ҡарата ҡул күтәргәне өсөн Артурҙы бер айға кадет формаһы йөрөтөүҙән сикләп торорға ла тура килде, уға һынау ваҡыты бирелде».
Салауат ҡалаһының 2- се  кадет мәктәбендә төп баҫым хәрби дисциплинаға һәм уҡыуҙа өлгәшеүгә, патриотик тәрбиә биреү, физик яҡтан әҙерлекле балалар уҡытып сығарыуға йүнәлтелә.  Каратэ буйынса республика кимәлендә уҙғарылған ярышта Артур йәштәштәре араһында беренсе урын алған. Малай  26 октябрҙә лә кис секцияла булған, уҡытыусы  уның сәләмәтлегендә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр һиҙмәгән. Уҡытыусылар әйтеүенсә, үҙен көслө итеп тойоу танау сөйөүгә килтергән.
Артурҙың синыф етәксеһе Әлфиә Ғилметдинованың педагогик хеҙмәт стажы 38 йыл. Ул- Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, юғары категориялы уҡытыусы, мәғариф ветераны. 21 йыл буйына ҡаланың 8-се мәктәбендә, 16 йыл 2-се мәктәптә балалар уҡыта. Тәрбиә эштәре буйынса директор  урынбаҫары булып та эшләгән.  
Ираида Петрова,  2-се кадет мәктәбе директоры: «Ошо йылдар эсендә Әлфиә Хәмзә ҡыҙына ата-әсәләр тарафынан бер ниндәй ҙә дәғүә һүҙҙәре ишетелмәне. Ул бөтә һорауҙарҙы ла тыныс юл менән хәл итә. Эшенә бик яуаплы ҡарай, уҡыусыларҙан да шуны талап итә. Йәмһеҙ һүҙҙәр менән ҡысҡырғанын ишеткәнем юҡ.  Дәрестә шаярған балаларҙы тыяһың инде ул. Беҙҙең аша ниндәй генә  ата-әсәләр үтмәне. Солтанморатовтар  менән конфликт былтыр ҙа булды».
Мәктәптә уҡытыусыны фәрештәләй күргән замандар артта ҡалып бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белем биргән кешенең абруйын төшөрөү генә түгел, уның ҡылыҡтарын хоҡуҡ  органдары ярҙамында  тикшереү осраҡтары арта. Яңынан-яңы программалар, стандарттар артынан ҡыуғанда был мәсьәлә   педагогикала, бәлки, икенсе планға ҡалалыр, ти белгестәр. Ә ҡасандыр балаға указка менән ҡундырыу, уны тәрбиәләү норма һаналған, һәм ата-әсәләр бының өсөн уҡытыусыға рәхмәт уҡыған.   Уҡыусы белем усағында ҡуйылған талаптарҙы үтәй алмай, тиҫтерҙәре менән аралашҡанда аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға икән, тимәк, мәктәпкә әҙерлекһеҙ килгән. Баланы Аллалай  күреп, саманан тыш иркәләп үҫтереү ғәҙәткә инеп бара. Һуңынан йәмғиәттәге ҡанундарға буйһонмауына аптырау  урынһыҙ, ти психологтар.
Был осраҡта ата-әсәгә баланы белгестәргә күрһәтеү, психологтар менән әңгәмәләшеү ҙә ҡамасауламаҫ. Ә  киләсәктә, кем белә, Салауат ҡалаһында йәшәүсе Артур Солтанморатовтың исеме республика ғына түгел, донъя кимәлендә лә ишетелер, тик бындай күңелһеҙ ваҡиға менән түгел, ә спорттағы яулаған үрҙәре, чемпион титулдары менән.    

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка
Гала
07.11.2016 20:23:38
Добрый день,уважаемые работники канала БСТ! У меня к вам такой вопрос- вы почему делаете такие репортажи так необдуманно и неосторожно? В погоне за сенсациями и модными на сегодняшний день темами типа " злодейка-учительница" вы без суда и следствия порочите честное имя учителя, в данном случае Альфии Хамзеевны. Вы начинаете свой репортаж на фоне фотографии какой-то злой и страшной тётки из камеры пыток для детей и уже этим самым подрываете авторитет педагога, которого вы не знаете совершенно. Вам следовало бы выслушать не только этих "убитых горем родителей", но и другую сторону.В частности, детей, которые учатся с этим мальчиком,и свободно вздыхают, когда он не приходит в школу, да и с родительским комитетом надо было поговорить.А ему есть что сказать - и прокуратуре, и инспекции по делам несовершеннолетних, и гороно. Вот тогда вся картина была бы вам ясна, если уж вы такие радетели за справедливость.А Альфия Хамзеевна сейчас находится на больничном по состоянию здоровья, чему способствовал и ваш репортаж. Кстати,непонятно, почему вы сделали его только на башкирском языке.

Возврат к списку


Яндекс.Метрика