Ҡайҙа беҙҙең аттестаттар?!

Ҡайҙа беҙҙең аттестаттар?! 14.07.2014

Республика мәктәптәрендә күптән инде сығарылыш кисәләре үтеүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер райондарҙа  егеттәр һәм ҡыҙҙар  әлегәсә урта дөйөм белем биреү тураһында документтарын көтә. Асыҡланыуынса, тантаналы рәүештә тапшырылған өлгөргәнлек аттестаттары ялған булып сыҡҡан. Тупаҫ хата аттестаттың серия номерында киткән. Шуға ла, күп кенә юғары уҡыу йорттары «хаталы документ» тип абитуриенттарҙы ҡабул итмәгән. Улар араһында мәктәпте  миҙалға һәм бишле билдәләренә генә  тамамлаусылар ҙа бар. Өлгөргәнлек аттестаттарына заказ Мәскәүгә ҡабаттан ебәрелгән. Әммә уны күпме көтөргә, ғәйеплене ҡайҙан эҙләргә?

Ялған аттестаттың эслегендә Башҡортостанға билдәләнгән  002 төбәк һаны урынына 116 һандары. Ҡыйғы районында өлгөргәнлек аттестаты серияһындағы хаталы бланктар бөтә мәктәптәргә лә килгән. Шуға ла, юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарына документтарын тапшырырға барыусы абитуриенттарҙың күптәре кире әйләнеп ҡайтҡан. Ошо көндәрҙә уларға яңы аттестаттар тапшырыла башланы.  
Сығарылыш синыф уҡыусылары өлгөргәнлек аттестатын иртәнге 8-ҙән үк ала башланы. Әммә был юлы ул, әлбиттә тантаналы түгел, ә ябай шарттарҙа тапшырылды.
Яңы аттестаттар махсус заказ буйынса баш ҡаланың тимер юл вокзалына килтерелгән, һуңынан район мәктәптәренә таратылған.  Артабан синыф етәкселәре таңға тиклем яңы бланктарҙы тултырырға мәжбүр була. Ни тиһәң дә, юғары уҡыу йорттарына документтар ҡабул итеү аҙағына яҡынлаша. Ҡыйғы абитуриенттары хәленә бары тик урта махсус белем биреү  йорттары ғына ингән.
Икенсе тапҡыр аттестатҡа заказ биргәндә Ҡыйғы мәктәптәре тәүгеләре өсөн бирелгән сумманы йәнә түләргә мәжбүр була. Заказды үтәүсе Мәскәү типографияһы ҡыйғылар менән сайт аша ғына аралашҡан. Район үҙәгенең икенсе мәктәбе директоры әйтеүенсә, типография вәкилдәре улар менән  бәйләнешкә бөтөнләй инмәй,  телефон аша ла яуап бирмәй.
Ошоға оҡшаш хәл республиканың Әбйәлил һәм Учалы райондарында ла теркәлгән. Был хаҡта «Яңылыҡтар хеҙмәте» телефонына борсолоп шылтыратҡан ата-әсәләр аша билдәле булды. Документтарҙы алыштырыуҙы күпме көтөргә? Ошо һорау менән беҙ  Мәғариф министрлығына мөрәжәғәт иттек һәм  ведомствонан «Мәғариф тураһындағы» яңы законға ярашлы, өлгөргәнлек аттестатына заказ биреү өсөн тулыһынса мәктәп иңенә төшә, тигән яуап алдыҡ. Шулай ҙа  документтарҙы төҙәтеүгә киткән сығымдарҙы кем ҡаплар? Ғәйеплене ҡайҙан эҙләргә? Был һорау әлегә  асыҡ ҡала...
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку