Ауылдарҙан айырмалы рәүештә, ҡалаларҙағы уҡыусылар һаны йөҙәрләп тә һәм меңәрләп һанала

Ауылдарҙан айырмалы рәүештә, ҡалаларҙағы уҡыусылар һаны йөҙәрләп тә һәм меңәрләп һанала 01.09.2014

Өфөнөң алдынғы һәм иң көслөләр иҫәбендә йөрөгән 45-се мәктәпкә беренсе синыфҡа 150 яҡын уҡыусы килде.

Йәйге каникулда ятыу рәхәт булһа ла, күпселек  уҡыусылар мәктәпте һағынып килгән. Өфөнөң 45-се мәктәбендә лә 1 сентябрь иртәһе йәнле аралашыуҙан, үткән йәй тураһындаға уй-кисерештәр менән бүлешеүҙән башланды.
Мәктәп директоры Раил Рамазановтың сығышын 45-се мәктәп уҡыусылары бик бирелеп тыңланы. Нигеҙҙә ул 1-се синыфҡа килеүселәргә төбәп һөйләне.
- Класс тип йөрөтөлгән бүлмәлә һеҙ һәр көн бүләк алырһығыҙ, - тине директор, - бүләк тигәнебеҙ ул кәнфит йә уйынсыҡ түгел, ә белем!
Ә инде баш ҡаланың Киров районы хакимиәтенән килгән ҡунаҡ уҡыусыларҙы ныҡлы уйланырға мәжбүр итте. Ул да булһа, киләһе йылда, мәктәптән 200-300 метрҙа ғына үтәсәк  ШОС-БРИКС тигән ҙур сараға Донъяның төрлә яғынан ҙур-ҙур делегацияларҙың килеүе көтөлә.
«Линейка» тигәндәре тамам, уҡыусылар, бигерәк тә беренсе синыфтар этешә-төртөшә класстарға, тәүге уҡытыусыһы менән осрашыуға ашыға. Был көндө балалар ғына түгел, уҡытыусылар үҙҙәре лә ныҡ тулҡынлана шикелле. Интернет, глобалләшеү шарттарында үҫкән малайҙар һәм ҡыҙҙар күп кенә фекерҙәрен асыҡтан-асыҡ еткерә. Абстаркт фекерләүҙе үҫтерәһе лә әле үҫтерәһе.  «Бөгөнгө иртәң нисек башланды» тигән һорауҙы беренсе синыфҡа килеүселәрҙең күпселеге әлегә тура мәғәнәһендә аңлай.
Баш ҡаланың 45-се мәктәбендә дәүләт телдәренең береһе булараҡ башҡорт теле лә уңышлы уҡытыла.
Үттелә китте йәй, мәктәп уҡырға әйҙәй. Өлкәнерәк синыф уҡыусылары ла  уй-кисерештәре менән уртаҡлаша.
Ата-әсәләр үҙ балаларын баш ҡала уртаһында урынлашҡан мәктәпкә бик теләп уҡыта. Уның географик уңайлығы менән бер рәттән, белем биреү базаһының көслө булыуы ла ылыҡтара уларҙы.Был көндө беҙ бергә эшләгән коллегаларыбыҙға ла тап булдыҡ.
45-се мәктәп тик Өфө менән генә бәйле түгел. Унда уҡығын ейән-ейәнсәрҙәрен күрергә республиканың төрлө мөйшөнән килделәр был көндө.
Баш ҡалабыҙ Өфөнөң 45-се мәктәбенә күп төрлө шөғөлдө үҙ итеүсе балалар килде. Бының шулай икәнлегенә беҙ мәктәптән сығып барғанда осраған 1-се синыф уҡыусыһы Владислав Евдокимов менән һөйләшеүҙән дә аңланыҡ.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку