Ҡаты ауырыуҙан һуң 82-се йәшендә күренекле ғалим, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың билдәле сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт университетының элекке ректоры Рәғиб Ғимаев бөгөн арабыҙҙан ките

Ҡаты ауырыуҙан һуң 82-се йәшендә күренекле ғалим, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың билдәле сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт университетының  элекке ректоры Рәғиб Ғимаев  бөгөн арабыҙҙан ките 30.01.2016

Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы, профессор, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре менән хушлашыу иртәгә юғары уҡыу йортонда уҙа.

Телевидение фондында һаҡланған, 1995  йылда төшөрөлгән асыҡ диалог телетапшырыуында Рәғиб Ғимаев «Һеҙҙең өсөн ниндәй ваҡиғалар әһәмиәтле» тигән һорауға, фәнни хеҙмәттәр тип яуаплай. 1958 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, заводта эшләй башлай ул. Ләкин фәндән тайпылмай. Нефть технологиялары һәм органик химия өлкәһендә йылдар буйы тикшеренеүҙәр алып бара. Ғалимдар араһында тәүгеләрҙән булып төрлө химик матдәләр етештергәндә нефть коксын ҡулланыу һәм махсус нефть продукттарын сығарыу технологияһын  уйлап таба.
Хеҙмәте өсөн ғалим «Халыҡтар дуҫлығы2 ордены менән бүләкләнә.
Рәғиб Ғимаевтың тормош юлы еңелдән булмай. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Ни бары ике йәш булғанда, атаһы менән олатаһы золомлоҡҡа эләгә. Әсәһе балаларын яңғыҙы үҫтерә. Рәғиб Насретдин улына ныҡышмалылығы һәм хеҙмәтте һөйөүе үрҙәргә үрләргә ярҙам итә. Уның асыштары, башҡарған эштәре баһалап бөткөһөҙ. Фәнгә ғашиҡ шәхес һәр ваҡыт республикала юғары белем кимәлен күтәреүгә ынтылып йәшәй. Һуңғы һулышына тиклем ғалим юғары уҡыу йорттары хәстәрҙәре менән яна. Уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй.    
Башҡорт дәүләт университетының матди-техник базаһын үҫтереү һәм күтәреү өсөн Рәғиб Ғимаев күп көс һала. Ул  ректор булып эшләгән осорҙа республика ҡалаларында юғары уҡыу йортоноң филиалдары, яңы факультеттар асыла.
Әлбиттә, һәр ғалим өсөн иң мөһиме уның асыштары, фәнни эшмәкәрлеге. Фәндә үҙ исемен яҙған, киләсәк өсөн янып йәшәгән абруйлы шәхес ябайлығы, алсаҡлығы менән дә бөйөк. Рәғиб Ғимаев башҡарған эштәре, кешеләргә мөнәсәбәте менән ошо хәҡиҡәтте иҫбатлап йәшәне. Хеҙмәте, уның тураһындағы яҡты иҫтәлек күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика